Стәрлетамаҡта уҙған ял көндәрендә таҙалыҡ һәм тәртип булдырылды. 26 меңдән ашыу кеше дөйөм ҡала шәмбе өмәһенә сыҡты.
Предприятиелар, ойошмалар, белем биреү учреждениелары, шулай уҡ битараф булмаған ҡала халҡы үҙ территорияларын, парктарҙы, скверҙарҙы һәм аллеяларҙы тәртипкә килтерер өсөн ең һыҙғанып, дәррәү эшләне. Ҡала халҡы иремәй ятҡан ҡарҙы таратты, былтырғы ҡойолған япраҡтарҙы һәм ағас ботаҡтарын тырманы, сүп-сар йыйҙы.
Коммуналь хеҙмәткәрҙәр юл ситендәге бысраҡты таҙартты, туҡталыштарҙы йыуҙы, ҡоймаларҙы һәм кесе архитектура формаларын буяп, ремонтланы. Эшкә 76 берәмек техника йәлеп ителде һәм 5571 кубометр сүп-сар сығарылды.
МХОла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәге яғындағы Ленин проспекты аллеяһы иң йәнле майҙансыҡтарҙың береһе булды. Бында байрамса кәйеф хөкөм һөрҙө: музыка яңғырап торҙо, ялан кухняһы эшләне, унда теләгән һәр кем ҡара бойҙай бутҡаһынан, ҡайнар сәй һәм ҡамыр аштарынан ауыҙ итә алды.
- Шәмбе өмәһе сафлыҡта йәшәргә, бергәләп асыҡ һауала аралашырға теләгебеҙҙе күрһәтеү өсөн бик яҡшы ысул. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! Матур, уңайлы урында йәшәйек. Таҙалыҡ һәм тәртип тик үҙебеҙҙән генә тора, - тине ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Владиславович.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яҙғы йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү айлығы 10 майға тиклем дауам итәсәк, ә сирраттағы дөйөм ҡала өмәһе 12 апрелгә планлаштырылған.
Ә.МАНСУРОВА.
Фото ҡала хакимиәтенең социаль селтәренән алынды.