Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Апрель 2025, 13:10

Үгеҙ һөҙгән (Юмористик хикәйә)

Көлкө көнөнә ҡарата.  Совет заманында колхоздарҙа төрлө эштәр барышын тикшерергә, йыйылыштар үткәрергә вәкилдәр райондан ебәрелгән.

Үгеҙ  һөҙгән  (Юмористик хикәйә)Үгеҙ  һөҙгән  (Юмористик хикәйә)
Үгеҙ һөҙгән (Юмористик хикәйә)

 Колхозға яңы вәкил булып килгән ир идарала эшләгән ҡыҙға үҙен таныштырмай:
–Аҡыллым, рәйес ҡайҙа? – тип һорай. Тәжрибәле ҡыҙ юғалып ҡалмай:
–Вәкил абзый, рәйесте үгеҙ һөҙҙө, урынбаҫары – күрше бүлмәлә, – тигән. Баҡһаң, рәйес “Зубровка” араҡыһын яратҡан, “әпитетты шәбәйтеү өсөн” тип шуны самаһыҙ күберәк төшөрһә, идарала күренеп йөрөмәгән: “Мине һорап ят кеше-фәлән килһә, “рәйесте үгеҙ һөҙҙө”, – тип әйтергә бойорған. Хужа һүҙе – закон бит инде.

Телефон булғас

(Юмористик хикәйә)

Мобиль телефондар күбәйгәс, өс балыҡсы һыу буйына балыҡ ҡармаҡларға барған. Улар, тәбиғәт ҡосағына ысҡыныуҙарына шатланып, был ваҡиғаны “йыуырға” ултырыр алдынан, бер үк маркалы һәм төҫлө телефондарын яҡынға һалып ҡуйғандар.

Телефон шылтырағас, уларға яҡыныраҡ ултырған ир кемдеңдер телефонын алған да, ғәҙәттәгесә, күтәренке кәйеф менән:

– Ал-ло! Эйе, тыңлайым, ҡәҙерлем, – ти. Кемдеңдер ҡатыны үҙенең ире менән һөйләшәм, тип, күрәһең, нимәлер әйтә. “Телефонлы” ир, үҙенең ҡатыны менән һөйләшмәүен аңлаһа ла, шаяртырға була:

– Тун кәрәк, ҡәҙерлем, ал, аҡсаның ҡайҙа ятҡанын беләһең бит, – ти икән. Ҡатын, һөйләшеүҙе туҡтатмай, итек алыу теләген дә белдерә икән. “Йомартланған” ир артабан дауам итә:

– Итегең дә туҙғандыр инде, ҡәҙерлем, ал, ҡыш көнө ялан тәпәй йөрөп булмай, ал, – тип, тағы ризалығын бирә. Ҡатындың теләктәре һаман бөтмәгән, ул йомшаҡ тиренән тегелгән сумка алырға ниәтләй икән. Ир: “Ал, ҡәҙерлем, Алла хаҡы өсөн, ал, аҡса етһә, ҡаты тирелеһен дә ал”, – тип, трубканы һүндерә һәм... дуҫын быйыл машина яңыртырға тигән хыялынан мәхрүм итә...


Кәрим БУЛАТ.

Автор:
Читайте нас