Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Апрель 2025, 06:18

Көндәр йылына

Һауа температураһы төндә +5, +10 градусҡаса күтәрелә, көндөҙ +15, +21 градус йылы була

Көндәр йылынаКөндәр йылына
Көндәр йылына

Синоптиктар фаразы буйынса, апрелдә һауа торошо үҙәгреүсән булмаҡсы. Башгидромет мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, Стәрлетамаҡта айҙың тәүге яртыһында йылы һауа торошо көтөлһә, икенсе яртыһында һалҡынайтыуы һәм ямғырҙар фаразлана.

Һауа температураһы төндә +5, +10 градусҡаса күтәрелә, көндөҙ +15, +21 градус йылы була, был норманан 5 градусҡа юғары, ә ай аҙағында – йәнә 5 градусҡа түбән булыуы көтөлә.

Дөйөм алғанда, ҡалала уртаса айлыҡ температураһы йәнә 0 градустан юғарыраҡ кимәлгә сыға, йәғни, март менән сағыштырғанда, 20 градусҡаса күтәрелә, был метеорологик яҙҙың башланыуын билдәләй.

Ә.МАНСУРОВА фотоһы.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас