Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Апрель 2025, 07:00

Йолаларҙы оноторға ярамай

Ҡарҙар иреп бөткәнсеЙәйге йылы еткәнсе.Ҡар һыуына барайыҡ,Тәмен тәмләп ҡарайыҡ!

Йолаларҙы оноторға ярамайЙолаларҙы оноторға ярамай
Йолаларҙы оноторға ярамай

Халҡыбыҙҙың йолалары, байрамдары менән таныштырыу, башҡорт халыҡ уйындарына, йырҙарына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү хис-тойғолары уятыу маҡсатында, ҡаланың 62-се балалар баҡсаһының “Сулпылар” төркөмөндә “Ҡар һыуына барыу” йолаһы булып үтте.

Борон-борондан ата-бабаларыбыҙҙың тауға ҡар һыуына барыу йолаһы булған. Һыуға март аҙаҡтары, апрель баштары, бурандар тынып, ҡар ирей башлағас барғандар. Элгәре ҡар һыуы бик таҙа һәм файҙалы булған. Һыу ала торған урынды ололар алдан билдәләгән.

Һыуҙы алып ҡайтҡас, ҡатын-ҡыҙҙар унан сәй ҡайнатҡан, бит, сәс йыуған. Әсәләр уның менән балаларын ҡойондорған. Сөнки был һыу баланы күҙ тейеүҙән һаҡлай тигән инаныу йәшәгән. Хатта боронғолар ҡар һыуын “зәм-зәм” һыуы тип тә йөрөткән.

Ҡар һыуынан ҡайтҡас балалар өләсәй менән бергә, йолаға бағышланған шиғырҙар һөйләп, халыҡ уйындарын уйнап, бейеп, яҙ тураһында йырҙар йырланы. Балалар һәр бер сығыштарын дәртләнеп ихлас башҡарҙы.

Ошо матур йолалар барыбыҙ өсөн дә тәбиғәтте һаҡлау мөһимлеге һәм тамырҙарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү тураһында булһын!

Алиса ИЛЬКИНА,
Айгузәл БАЙЙЕГЕТОВА,
62-се балалар баҡсаһы әрбиәселәре,
Зилиә НАСЫРОВА, музыка етәксе.

Йолаларҙы оноторға ярамай
Йолаларҙы оноторға ярамай
Йолаларҙы оноторға ярамай
Йолаларҙы оноторға ярамай
Автор:
Читайте нас