Башҡортостандың бөтә ҡалалары ла йәшәү өсөн уңайлы тип танылды. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Ҡала мөхитенең сифат индексын Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы иғлан итте.
Был индексты белгестәр 1 116 ҡала буйынса 36 параметрға нигеҙләнеп иҫәпләп сығарған. Был – төҙөкләндереү, хәүефһеҙле, йәмәғәт транспорты, юлдар, ҡулай мөхит һәм башҡалар.
Шуныһы һөйөнөслө, республикала йәшәү өсөн уңайлы мөхитле ҡалалар һаны һуңғы йылдарҙа арта ғына барҙы. Әгәр 2018 йылда улар ни бары алтау ғына булһа, 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса – 17, ә хәҙер был рейтингҡа тәүге тапҡыр 21 ҡала ингән.
“Был маҡсатыбыҙға ирештек тә, ял итһәк тә була тигәнде аңлатмай. Беҙ республика ҡалаларын һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү өлөшөндә күп нимәгә өлгәштек, һәр ҡала-райондарҙа кешеләр рәхәтләнеп ял итә алһын өсөн матур парктар, ял урындары барлыҡҡа килде. Алда бик ҙур эштәр көтә әле”, – тине был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
2025 йылда ғына “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса 164 йәмәғәт урындарын тәртипкә килетереү планлаштырылған, уларҙың 94е – федераль бюджет ярҙамы менән. Эштәр башланған да инде.
Мәғлүмәт - Республика Башлығы сәхифәһенән.