Оборона ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, Павел Голубцов фронт һыҙығына шәхси состав һәм боекомплект ташыған. Маршрут тамамланыуға бер нисә метр ҡалғас, уның автомобиле дошмандың дрон-камикадзелары һөжүменә дусар булған.
Водитель һауанан хәүеф янауын ваҡытында күреп ҡалған. Машинаны туҡтатып, иптәштәренә ағастар араһына йәшенергә ҡушҡан, ә үҙе автоматтан дошмандың пилотһыҙ аппараттарына ҡаршы ут асҡан. Башҡортостан яугире беренсе БПЛА-ны атып төшөргән. Икенсе «камикадзе»ны ла снайпер пуляһы юҡ иткән.
Павел Голубцов, күк йөҙөнөң таҙа булыуына инанғас, юлын дауам иткән һәм тейешле урынға иҫән-һау барып еткән. Һауа һөжүме ваҡытында яугирҙәрҙең береһе лә яраланмаған. Хәрби бурыс уңышлы үтәлде, тип билдәләнеләр оборона министрлығында.
Изге Ватанын һаҡлап хәрби хеҙмәткә яҙылырға теләүселәр тулыраҡ мәғлүмәт артынан 8 (927) 310 39-33; 8 (3473) 20-61-51 һандары буйынса мөрәжәғәт итә ала, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссариат (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).