Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Апрель 2025, 10:27

Ay Yola төркөмө яңы йырын тәҡдим итте

Өфөнән Ay Yola башҡорт төркөмө яңы йырын сығарҙы. «Батыр» тигән трек төркөмдөң рәсми телеграм-каналына һалынған.

Ay Yola төркөмө яңы йырын тәҡдим иттеAy Yola төркөмө яңы йырын тәҡдим итте
Ay Yola төркөмө яңы йырын тәҡдим итте

Роликтың рус, башҡорт, ҡаҙаҡ һәм инглиз телдәрендә субтитрҙары бар.  

Ay Yola хәбәр итеүенсә, «Һомай» йыры Shazam донъя чартында 4-се урынға күтәрелгән. Был трек Рәсәйҙә, Нидерландта, Финляндияла, Белоруссияла һәм Ҡаҙағстанда алдынғы позицияны биләй. Сингапурҙа, Чехияла, Данияла һәм Үзбәкстанда – икенсе, ә Хорватияла һәм Азербайжанда дүртенсе урында тора. Норвегияла һәм Төркиәлә ул – иң яҡшы унау, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Швецияла, Австрияла һәм Бөйөк Британияла иһә Топ 30 иҫәбендә.

Шулай уҡ, Ay Yola төркөмө «Һомай» йырына клип төшөрөргә әҙерләнә.

 

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас