25 апрелдә “Еңеү диктанты” халыҡ-ара тарихи акцияҺЫ уҙғарыла. Был белемде тикшереү генә түгел, ә беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн үҙҙәрен аямай дошманға ҡаршы торған геройҙар хаҡында хәтерҙе һаҡлау мөмкинлеге.
Ни өсөн унда ҡатнашыу мөһим һуң?
- Был тарихи хәҡиҡәтте һаҡлап ҡалыуға өлөш индереү;
- Геройҙарҙың батырлыҡтары һәм яҙмыштары тураһында белемде тикшереү;
- Еңеүселәр быуынына хөрмәт күрһәтеү;
Бөтә донъя буйынса меңәрләгән кеше акцияла ҡатнашырға әҙерләнә. Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!
Әленән үк диктантпобеды.рф сайтында теркәлегеҙ.
Яңылыҡ менән уртаҡлашығыҙ, дуҫтарығыҙҙы саҡырығыҙ һәм “Еңеү Диктанты”нда ҡатнашығыҙ!