Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында республика законының 10-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын ҡарай. Бәлиғ булмаған бала һәм инвалид бала тәрбиәләгән ишле ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү планлаштырыла, тип хәбәр итә республика Ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.
Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, закон проекты халыҡтың ошо төркөмөнөң социаль яҡланғанлыҡ кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән. Мәҫәлән, әгәр улар эш эҙләүҙә ҡыйынлыҡтар менән осрашһа, уларҙы ваҡытлыса эш менән тәьмин итергә тәҡдим ителә.
Ҡанун проекты киләһе ултырышта беренсе уҡыуҙа ҡарала.