“Башҡортостан Геройҙары” республика программаһында ҡатнашыу өсөн заявкалар тапшырған махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылары онлайн тест үткән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡортостан Геройҙары” махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылары өсөн махсус программа. Ул “Геройҙар ваҡыты” федераль проектының дауамы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров программаны бойомға ашырыу тураһында 2025 йылдың 24 февралендә иғлан иткәйне.
“Башҡортостан Геройҙары” программаһында ҡатнашыуға 2026 кеше ғариза тапшырған. Уларҙың яртыһынан күбе – республикала йәшәүселәр, әммә был программа менән башҡа төбәктә йәшәүсе яугирҙар ҙа ҡыҙыҡһынған, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы субъекттарында ла.
Сиратағы этап – әңгәмәләшеү. Ул 14 апрелдән 12 майға тиклем үтә.
Яугирҙарыбыҙға уңыштар теләп ҡалабыҙ!
БР Башлығы Хакимиәте мәғлүмәте буйынса.