Ҡалаға “Еңеү паровозы” 29 апрелдә киләсәк. Башҡортостанда ул барлығы ике генә ҡалала була, икенсеһе – Өфө, артабан Бөгөлмә, Әлмәткә һ.б. юлланасаҡ.
Быйыл поезда еңеү техникаһы тейәлгән платформалар арттырыла. Ретропоезд составында уникаль экспонаттар менән туғыҙ платформа бар, улар араһында автомобиль-амфибия, ауыр бронетехника, һирәк осраған хәрби уҡсылар ҡоралы өлгөләре һәм “Үлемһеҙ полк” вагондары. Состав бригадаһы Бөйөк Ватан һуғышы осоро формаһына кейенәсәк.
Шулай уҡ, ялан кухняһы, ҡоралдар күргәҙмәһе, ижади коллективтар сығышы ойошторола. Килгән һәр кемгә Георгий таҫмаһы таратыласаҡ, ә балаларға тәүге тапҡыр лазертаг әҙерләнә.
Стәрлетамаҡта "Еңеү Поезы" 29 апрелдә 18.50 сәғәттән 21.20 сәғәткә тиклем торасаҡ.