Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Апрель 2025, 12:06

Артистарыбыҙ бөтә донъяға билдәле

Талантлы артистарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабанғы эштәрендә лә уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ!

Артистарыбыҙ бөтә донъяға билдәлеАртистарыбыҙ бөтә донъяға билдәле
Артистарыбыҙ бөтә донъяға билдәле

14 апрелдә, аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә, төбәк Башлығы Радий Хәбиров AY YOLA төркөмө артистары, Homay йыры авторҙарына маҡтаулы исем биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн Ринат Рамаҙанов “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы”, ә Адель һәм Руслан Шәйхетдиновтар – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” исемдәренә лайыҡ булды.

– Республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда билдәле ваҡиға. Өфөнөң AY YOLA этно-музыкаль төркөмө Homay йыры менән бөтә дөнъя һәм дөйөм Рәсәй исемлектәренә инде, – тип уртаҡлашты яшы хәбәр менән Радий Хәбиров. – Артистар күп йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә. Афарин! Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә өлөш индергәндәре өсөн уларға ҙур рәхмәт, – тине төбәк етәксеһе.

Талантлы артистарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабанғы эштәрендә лә уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ!

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас