Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
14 Апреля 2025, 10:47

Башҡортостан Башлығы «Ay Yola» төркөмө музыканттарын бүләкләйәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ay Yola» төркөмө музыканттарын юғары исемдәр менән бүләкләйәсәк. Ошо туралағы указға ҡул ҡуйыуы хаҡында республика Башлығы оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы  «Ay Yola» төркөмө музыканттарын бүләкләйәсәкБашҡортостан Башлығы  «Ay Yola» төркөмө музыканттарын бүләкләйәсәк
Башҡортостан Башлығы «Ay Yola» төркөмө музыканттарын бүләкләйәсәк

— Республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиға. Беҙҙең «Ay Yola» төркөмө «Һомай» хиты менән бөтә донъяны яуланы. Афариндар! Миңә лә йырҙарын ебәрҙеләр. Төркөмдө Башҡортостан мәҙәниәтенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән артистар булдырған. Уларға республикабыҙ мәҙәниәтенә индергән өлөшө өсөн рәхмәтемде белдерәм, — тине Радий Хәбиров.

Ринат Рамаҙановҡа — «Башҡортостандың халыҡ артисы», ә Адель һәм Руслан Шәйхетдиновтарға «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» званиеһы биреләсәк. Артистарға наградалар тантаналы шарттарҙа тапшырыласаҡ.

«Әй Йола» төркөмө йырҙарын интернетта миллион тапҡыр ҡарағандар. «Һомай» хиты Shazam сервисында дүртенсе урынға күтәрелһә, «Яндекс. Музыка» чартында алдынғылыҡты яуланы. Йырсы төрлө илдәрҙә һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә төрлө телдә башҡарҙылар. Ошо көндәрҙә ижади трио яңы йыр сығарыуы хаҡында хәбәр итте

 

Башинформ

 

Автор:
Читайте нас