Кисә төнгә ҡарай Яңауылда Островский урамындағы йортта янғын сыға. Уны Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр һүндерә. Үкенескә, йорттоң хужаһы үлгән... Тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә.
Благовар районының Благовар ауылында шәхси йортта сыҡҡан янғынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һүндергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндереү барышында 41 йәшлек ир менән ҡатындың кәүҙәләре табылған (уның кемлеге билдәһеҙ). Янғын сәбәбе асыҡлана, урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе эшләй.
Стәрлетамаҡ районының Талалаевка ауылында тағы ла бер фажиғә була - унда ла ағас йорт яна. Урынға тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр килә, улар утты һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 74 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табыла. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе асыҡлауынса, янғын ваҡытында йортта шулай уҡ һәләк булған әбейҙең ҡыҙы һәм ике ейәне була, улар өйҙән сығып өлгөрә. Янғын сәбәбе асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.