

2025 йылдың 21-23 апрелендә Мәскәүҙә "Бәләкәй Ватан — Рәсәй Көсө" II Бөтә Рәсәй муниципаль форумы үтәсәк. Ҡатнашыусылар араһында Башҡортостан делегацияһы ла бар.
Программала-панель сессиялар, эксперт диалогтары һәм дискуссиялар. Быйыл форумдың төп үҙенсәлеге булып илдең 16 субъектында уҙғарылған төбәк көндәре торҙо. Улар уңайлы торлаҡтан һәм халыҡ менән үҙ-ара эш итеүҙән алып иҡтисадҡа, транспортҡа һәм цифрлаштырыуға тиклемге темаларға ҡағыла. Шулай уҡ, тәүге тапҡыр “Ватан Йөрәге” муниципаль мәҙәниәт фестивале һәм Бөтә Рәсәй муниципаль инвестиция форумы үтәсәк, уның эшендә сит ил мэрҙары ла ҡатнашасаҡ.
Форумдың төп сараларының береһе булып, урындағы үҙидара үҫешенә индергән өлөш өсөн “Хеҙмәт итеү” Бөтә Рәсәй муниципаль премияһын тапшырыу тора. Быйыл ғаризалар һаны буйынса рекорд ҡуйылды барлығы 41 313 дана. Иң яҡшы 100 исемлектә Башҡортостан лауреаттары ла инде, уларҙың береһе беҙҙең ҡаланан:
– “Йәштәр Советы - буласаҡ парламентарийҙар өсөн уҡыу майҙансығы” проекты – “Остазлыҡ Институты – илдең киләсәге өсөн” категорияһында Стәрлетамаҡ ҡала Советы секретары Марина Матюхина.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт итеү” Бөтә Рәсәй муниципаль премияһы Владимир Путин ҡушыуы буйынса үткәрелә. Уның маҡсаты – илдең муниципаль йәмғиәтен берләштереү һәм муниципаль хеҙмәттең абруйын күтәреү.