

Бөгөн Советтар Союзы Геройы В.Г.Недошивин бюсына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Эстафета Башҡортостанда тыуған Сик һаҡсылары – Советтар Союзы Геройҙарына бәйле урындарҙа үтә.
Сарала Ҡатнашҡан Сик буйы ғәскәрҙәре ветераны Валерий Георгиевич Петряков: Беҙҙең йөрәктәрҙә һуғыш йылдарында сик һаҡсылары һәм чекистар башҡарған батырлыҡтарҙы яҡты иҫтәлек итеп ҡалдырыу маҡсатында яҡын арала Еңеү паркында Сик буйы даны аллеяһын төҙөү буйынса проект эштәре башланасаҡ. Асылыу датаһы әлегә билдәләнмәгән.- тине.
Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарынан тыш, акцияла ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары А.Р. Ғафаров, Өфө ҡунаҡтары, кадеттар һәм патриотик ойошма вәкилдәре ҡатнашты.
Тулыраҡ материалды гәзит һандарында уҡығыҙ.
#эстафетапобеды #стерлитамакновости #башкортостан #пограничники #ветераны
Г. Ремеева.