

«Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумы быйыл бишенсе тапҡыр уҙасаҡ. Уны Стратегик башланғыстар агентлығы, «Росконгресс» фонды һәм «ВЭБ.РФ» дәүләт үҫеш корпорацияһы үткәрә. Форумдың маҡсаты – илде уңайлы үҙгәрештәргә килтерәсәк идеяларҙы алға этәреү. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был ғәҙәти сара ғына түгел, ә ҙур юлдың башы, унда һәр кем глобаль үҙгәрештәрҙең бер өлөшө була ала.
– Форум – беҙҙең ил алдында торған саҡырыуҙарға стандарт булмаған яуап биреү юлдарын эҙләү өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡ ул. Беҙ Рәсәйҙә киләсәкте формалаштырыуҙа әүҙем ҡатна-шырға әҙер, төплө фекер йөрөткән, инициативалы һәм битараф булмаған кешеләрҙең күп булыуын күрәбеҙ, – ти Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Максим Орешкин.
Бында шуны аңлау мөһим, идея – абстракт төшөнсә түгел, ә донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала торған аныҡ уйланылған проект. Ул башта, бәлки, тыуған ҡала йәки ауыл сиктәрендә булыр, ә һуңынан, һыуҙағы дүңгәләктәр кеүек, бөтә ил буйлап тарала башлаясаҡ.
Владимир Путин, Рәсәй Президенты:
– Үҫеш буйынса билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыу, тышҡы саҡырыуҙарға уңышлы яуап биреү өсөн властың барлыҡ дәрәжәләренең көйлә ғәмәлдәре һәм, һис шикһеҙ, бөтә йәмғиәт- тең ҡатнашыуы, ил үҫешенә һәр граждандың өлөш индереүе кәрәк.
Башҡортостан ниндәй проекттар тәҡдим итте?
Биш йыл эсендә форумдың крауд-платформаһында (ул – авторҙар үҙ башланғысын тәҡдим иткән интернет-майҙансыҡ) 530 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән ҡатнашыусылар 89 меңгә яҡын идея ебәргән. Баштан уҡ беҙҙең республикала йәшәүселәр ҙә ҙур әүҙемлек күрһәтте, ә уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙҙекеләр дүрт меңгә яҡын проект тәҡдим итеп, рекорд ҡуйҙы. Бындай күләмдә идеялар, Мәскәү һәм Санкт-Петербургты ла индереп, бер генә төбәктән дә булмаған!
– Был – тәбиғи процесс. Ул оҙаҡ йылдар дауамында гражданлыҡ, ижтимағи әүҙемлек һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү өсөн планлы рәүештә «экомөхит» булдырыуыбыҙ менән билдәләнә, – тип аңлатты рекордты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Стәрлетамаҡ районынан «Ал елкәндәр» ғаилә тәрбиәһенә яр- ҙам итеү үҙәге директоры Галина Поскребышеваның тәҡдиме форум- дың иң яҡшы проекттарының береһе тип табылды. Уның проекты «Тин һумды һаҡлай» тип атала. Оҙаҡ йылдар етем балалар менән эшләгән Галина Владимировна балалар йорттарындағы сабыйҙарҙы кеҫә аҡсаһы, финанстар менән дөрөҫ эш итергә өйрәтеүҙең ни ҡәҙәр мөһим булыуын билдәләй, сөнки интернаттан оло тормошҡа сыҡҡанда улар үҙ иҫәптәрендә тупланған аҡсаны аҡыл менән тотона белмәй. Проект БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр өсөн кеҫә аҡсаһы тураһында закон ҡабул итеүгә ярҙам итте.
Йылайыр районында йәшәгән Ғәлиә Солтанова иһә бер юлы ике – «Үҙебеҙ өсөн тегәбеҙ – МХО өсөн тегәбеҙ» һәм «Яҡташтар һеҙҙең менән» – проекттарын тәҡдим итте. Битараф булмаған яҡташтарын, хаҡлы ялдағы кешеләрҙе йыйып, Ғәлиә Хәйбулла ҡыҙы МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн көслө ирекмәнлек хәрәкәте ойоштора. Уның проекттары ла Президент гранттары фонды ярҙамын алыуға өлгәшкән. Грантҡа ауыл халҡы аҙыҡ-түлек продукттарын сублимациялау өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алған.
– Күптәр был технологияны үҙләштерә алыуыбыҙға ышанманы, әммә һынауҙар һәм хаталар юлы менән, продукттарҙы әҙерләү ваҡытын, ауырлығын өйрәнеп, беҙ тейешле һөҙөмтәгә өлгәштек, – ти Ғәлиә Солтанова. –
Хәҙер алғы һыҙыҡҡа ҡоро бутҡалар, аштар, пюре, вакуумлы сусҡа майы, ҡаҙылыҡ ебәрәбеҙ. Беҙҙең егеттәр ҡорот ебәреүебеҙҙе лә үтенеп һорай, ул һыуһынды ла ҡандыра, асығыуҙы ла баҫа.
Шулай уҡ ирекмәндәр яугирҙар өсөн эске кейем, плащ-палаткалар тегә, маскировка селтәрҙәре үрә. Ә күптән түгел йылайырҙар дронға ҡаршы одеялдар тегеүҙе үҙләштергән. Бындай япма аҫтында яугирҙар тепловизорҙарға күренмәй, шулай уҡ одеялды носилка, йоҡо ҡапсығы һ.б. сифатында ҡулланырға ла мөмкин.
Беҙҙән ниндәй идеялар көтәләр?
Конкурсҡа ғаризаларҙы биш йүнәлеш буйынса ҡабул итәләр:
Дәүләт социаль башланғысы. Был йүнәлеш буйынса авторҙарҙан медицина, мәғариф, социаль ярҙам өлкәләрендә яңы технологиялар индереү идеялары, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырырға ярҙам иткән һәм традицион ҡиммәттәрҙе нығытҡан проекттар көтәләр. Шулай уҡ ауылдарҙы тергеҙеү, арзан торлаҡ төҙөү һәм идара итеүҙең аҡыллы технологиялары булған киләсәк ҡалаларын төҙөү буйынса проекттарға ихтыяж ҙур.
Дәүләт эшҡыуарлыҡ башланғысы. Был йүнәлештә бизнес өсөн процестарҙы оптималләштергән һәм яңы мөмкинлектәр асҡан технологиялар һәм AI-сиселештәр менән бәйле идеялар, ижад һәм технологияларҙы берләштергән проекттар талап ителә.
Дәүләт технология башланғысы. Улар – гражданлыҡ эшләнмәләрен ҡулланып, армияға ярҙам итеүсе проекттар. Был осраҡта шулай уҡ космос һәм йыһанды үҙләштереү менән бәйле проекттар ҙа ҡыҙыҡлы буласаҡ.
Дәүләт кадрҙар башланғысы. Был өҫтөнлөклө тармаҡтар өҙлөкһөҙ квалификациялы белгестәр менән тәьмин ителһен өсөн иҡтисадтың кадрҙар ихтыяжын фаразлау. Һөнәр һайлауҙы йәштәр өсөн мауыҡтырғыс һәм аңлайышлы итеү өсөн уйындар, VR-технологиялар аша иртә профориентациялауға айырым иғтибар бирелә.
Дәүләт экологик һәм климат өлкәһендәге башланғыс. Тирә-яҡ мөхиттең торошон баһалауға һәм фаразлауға бәйле идеялар, был даирәгә инвестициялар йәлеп итеүҙең яңы механизмдары, һыу ресурстары менән һөҙөмтәле идара итеү, ябыҡ цикллы иҡтисадты ғәмәлгә индереү һәм икенсел файҙаланыу аша ҡалдыҡтарҙы минималләштереү, тупланған экологик зыянды бөтөрөү проекттары ҡыҙыҡһындыра.
Форумда ҡатнашыу нимә бирә?
Президент гранттары фондынан айырмалы рәүештә форум проектҡа финанс ярҙамы күрһәтмәй. Ләкин бында башҡа төр ярҙам мөһим. Автор социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларында мәғлүмәт таратыу, ҙур сараларҙа ҡатнашыу, яңы баҙарҙарға сығыу, административ кәртәләрҙе бөтөрөүҙә ярҙам итеү йәһәтенән, профилле партнерҙарға, төбәк һәм федераль власть органдарына презентацияларҙы индереп, Стратегик башланғыстар агентлығынан һәм партнерҙарҙан һәр яҡлап ярҙам ала.
Форумға ғаризаны нисек бирергә?
Илдә ыңғай үҙгәрештәр өсөн үҙ идеяларыңды идея.росконгресс.рф платформаһында 2025 йылдың 15 майына тиклем бирергә мөмкин. Артабан проектты күҙәтеүҙә тотоп, ярҙам алыу һәм эшләп бөтөрөү өсөн кире элемтә булдырырға кәрәк. Артабан эксперттар топ-100 идеяны һайлап ала. Иң көслө ун идеяны ил етәкселегенә июлдә Түбәнге Новгородта уҙасаҡ финал сараһында тәҡдим итәсәктәр.
Материалдар «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте филиалы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.