

Парад, йыр, бейеү һ.б. саралары, һис шикһеҙ, һәр бер кеше тарафынан көтөп алынған байрам.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында 55 йыл ғүмер итеү осоронда күп парадтарҙы (1 май, 9 май, 7 ноябрь) күрергә тура килде, һайлауҙарҙа ҡатнашылды. Әммә репродукторҙар (радио) аша тик урыҫ марштары, йырҙары ғына ағыла торғайны.
Һайлау участкаларындағы яуаплы иптәштәргә:
– Нишләп башҡортса йыр һалмайһығыҙ? – тиһәң, сит планетанан килгән кеше һымаҡ ҡабул итәләр. Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙә нисәмә халыҡ бар – һәр береһе Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Күпме геройҙарыбыҙ Дан орденының тулы кавалерҙары. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы легендаға әүерелгән, данға күмелгән. Шуға күрә Бөйөк Еңеү көнөндә башҡортса, сыуашса, татарса һ.б. йырҙар ишетелер, тип өмөт итә һәммәһе.
Ҡала башлыҡтары: “Нишләп иртәрәк әйтмәнегеҙ? Хәҙер әҙерлек эштәре башланды бит инде” – тиерҙәр. Ошондай “ваҡ” мәсьәләләргә иғтибар итеү хужаларҙың эше түгелме ни?
Һуғыш ваҡытында, тыныс замандарҙа сыҡҡан, халыҡ яратҡан йырҙар бихисап.
“Шайморатов генерал” ғына мәшһүр “Урал”, Салауат хаҡындағы йырҙар менән бер рәттән торорлоҡ, “Почтальон”, “Котелок” Н.Нәжми һүҙҙәре, З.Исмәғилев көйө; “Ҡайҙағыҙ һеҙ, минең яуҙаштарым?; “Ел ерәнем” Н.Игебай һүҙҙәре, З.Исмәғилев көйө; “Еңеүселәргә дан” Р.Ниғмәти һүҙәре, З.Исмәғилев көйө; “Батырҙар йыры” Н.Нәжми һүҙҙәре, З.Исмәғилев көйө; “Башҡорт гвардеецтары” Я.Ҡолмой һүҙҙәре, Т.Кәримов көйө; “Ҡыпсаҡ ҡыҙ” Г.Ҡотоева һүҙҙәре, А.Туҡтағолов көйө; “Тальян гармун” Ғ.Әхмәтшин һүҙҙәре, М.Вәлиев көйө; “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” М.Кәрим һүҙҙәре, С.Садыҡова көйө. Һуғыш тураһындағы йырҙарҙың бер өлөшө генә был.
Башҡорт ғәскәри халыҡ. Урыҫтың бар яуҙарында ҡатнашып дан-шөһрәт ҡайтарған һәм иҫтәлек булып ҡалған марштарын, йырҙарын һалған.
“Ҡаһым түрә”; “Любизар”; “Порт-Артур”; “Эскадрон”; “Әрме”; “Перовский”; “Циалковский”; “Кутузов”; “Байыҡ”; “Ҡарауанһарай” һ.б.
Беҙ телһеҙ халыҡ түгел. Урыҫ теленә күсеп барған бала-ейәндәребеҙ байрамдарҙа үҙ телендә йыр ишетһәләр, моғайын теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуыр ине.
Махсус хәрби операцияның сәбәптәренең береһе лә урыҫ телле халыҡтарҙы яҡлау булып тора. Рәсәй ҡосағында булып, беҙ ҙә бик ихлас ошо яуҙа ҡатнашабыҙ. Бәлки беҙ ҙә үҙ илебеҙҙә, Башҡортостанда, әҙме-күпме булһа ла башҡорт моңон, үҙ йыр-көйҙәребеҙҙе ишетергә хоҡуғыбыҙ барҙыр оло байрамдарҙа.
Юғиһә күпме ҡан түгеп алған үҙаллылығыбыҙҙы, милли төҫһөҙ, Рәсәйҙең башҡа өлкәләре кеүеккә әйләнеп бара. Рәзән, Һамар, Воронеж, Башҡортостан – айырма юҡ.
50 йылдан ашыу тимер-томор эше, заводтар төҙөү, йүнәтеү менән булышҡан, Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны Риза Ишбулды улы Хәлиловтың шәхси фекере был. Минең һымаҡ уйлаған кешеләр юҡ түгелдер.
Риза ХӘЛИЛОВ.