

«Яугирҙәребеҙ һәм уларҙың яҡындары өсөн мөлкәт һалымдары буйынса дөйөм дәүләт льготаларын индереүҙе дөрөҫ тип иҫәпләйем», — тине Михаил Мишустин.
Ул махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүҙең, шул иҫәптән улар өсөн уңайлы һалым шарттары булдырыуҙың министрҙар кабинеты өсөн мөһим эш йүнәлеше булыуын әйтте.
«Рәсәйҙе һаҡлаусыларҙың һәм уларҙың туғандарының именлеген тәьмин итеү — беҙҙең төп өҫтөнлөк», — тип билдәләне Михаил Мишустин.