

Мәҡәлә геройым – Ғафури районы егете Мансуров Азат Марат улы. Нәзирә һәм Марат Мансуровтар ғаиләһендә, 1973 йылдың 1 ғинуарында Сәйетбаба ауылында, биш баланың икенсеһе булып донъяға килә. Ошо ауылда Ж.Кейекбаев исемендәге урта мәктәптең 11 класын тамамлай.
Артабан Күмертау физик тәрбиә педагогия училищеһына уҡырға инә. Бер йыл белем алғас, ил һағына баҫа егет. Свердловск өлкәһенең Елань ҡалаһында учебкала сержант мәктәбендә ярты йыл белем алғандан һуң, Германияға, Магдебург ҡалаһына хеҙмәт итергә ебәрәләр. Унда Азат Мансуров 10 ай тирәһе хеҙмәт иткәс, хәрби задание менән 1992 йылдың сентябренән 1993 йылдың майына тиклем Осетия-Ингушетия конфликтында ҡатнаша.
Осетияла хеҙмәт иткән ваҡытта ҡурҡыныс булдымы, тигән һорауыма:
– Әлбиттә ҡурҡыныс ине. Хеҙмәт осоронда төрлө хәлдәр булды. Беҙҙең часҡа хәрби формированиелар ҙа баҫып инә торғайны. Шулай уҡ, Назрань ҡалаһында ҡулға автомат алып, ҡоралланған урындағы халыҡтан аэродромды ла һаҡларға тура килде. Снайперҙар тындырмай торғайны. Игенйылға ауылынан хеҙмәттәшем үлеп ҡайтты шул һуғыштан. Ҡорбандар күп булды. Барыһын да һөйләп бөтөп булмай бит, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Азат Марат улы.
Ил алдында бурысын үтәп, ир ҡорона инеп ҡайтҡан егет, Стәрлетамаҡ Физик культура техникумында уҡыуын дауам итә. Тренер һөнәрен үҙләштергәс, бер йыл ҡала мәктәптәренең береһендә белгеслеге буйынса эшләп ала.
Артабан хәрби контракт төҙөп, ике йыл Хәрби Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә. Һуңынан 1994 йылдан алып дүрт йыл прапорщик дәрәжәһендә Салауат ҡалаһының 4-се холоҡ төҙәтеү колонияһында эшләй. Ауыр енәйәт ҡылыусыларҙы һаҡлай.
Азат Марат улы 2013 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Аванград” заводында 5 разрядлы вальцовкалаусы була, смена начальнигы ла итеп тәғәйенләйҙәр. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡала үҫешенә үҙ өлөшөн индерә ул.
1999 йылың йәйендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгән Сәйетбаба ауылы һылыуы, Айгөл исемле ҡыҙ һәм Азат сәстәрен сәскә бәйләй. Матур итеп туй үткәрәләр. Артабан йәштәр Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнергә ҡарар итә. Артур исемле улға ғүмер биреп, лайыҡлы тәрбиәләйҙәр, аяҡҡа баҫтыралар. Бөгөнгө көндә улдары ҡалабыҙҙың Яңы Стәрлетамаҡ йылылыҡ-электр станцияһында эшләп йөрөй.
– Хәҙер ике йыл хаҡлы ялдамын. Зыянлылыҡ буйынса иртәрәк сыҡтым. Шуға ҡарамаҫтан, заводың икенсе цехында йылытыу буйынса дежур слесарь булып эшләп йөрөйөм, эшемдән ҡәнәғәтмен. Өйҙә ҡул ҡаушырып ултырып буламы ни инде, – тине ул һүҙе аҙағында.
Был донъяла тик ныҡыш хеҙмәт кенә кешегә бәхет килтерә. Ғүмер буйы тир түгеп, тырышып эшләгән кеше генә ысын мәғәнәһендә ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ.
Әлфиә МАНСУРОВА.
Фото Азат Мансуровтың шәхси архивынан.