Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
30 Апрель 2025, 05:22

Сигенергә ярамай – бары тик алға, Еңеүгә атларға!

...“Кешеләр үҙҙәрен аямай, һуғышҡа барғанда ҡурҡмай, сөнки өйҙә уларҙы ғаилләре, балалары, ейәндәре көткәнен белә"...

Сигенергә ярамай – бары тик алға, Еңеүгә атларға!Сигенергә ярамай – бары тик алға, Еңеүгә атларға!
Сигенергә ярамай – бары тик алға, Еңеүгә атларға!

Махсус хәрби операция башланыу менән Стәрлетамаҡ полицияһының элекке 18 хеҙмәткәре Тыуған иле һағына баҫа. Уларҙың күптәре үҙ теләге менән фронтҡа китә. Шундай геройҙарҙың береһе – тылдағы элекке өлкән инспектор, полиция лейтенанты Олек К. (һүрәттә). Ул 20 көнлөк ялға ҡайтҡан ваҡытында беҙгә эске эштәр органдарында һәм МХО зонаһында хеҙмәте тураһында бәйән итте.

Олег бәләкәй саҡтан уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итергә хыяллана. Беренсе класта уҡытыусы уның кем булырға теләүен һорағас, ул уйлап та тормай – милиционер булам, тип яуаплай. Армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡас та 1991 йылда Олег милицияға водитель булып эшкә урынлаша. 1999 йылда Стәрлетамаҡ Эске эштәр идаралығының гараж начальнигы итеп тәғәйенләнә. Ә 2000-се йылдан хаҡлы ялған сыҡҡанға тиклем тылдағы өлкән инспектор вазифаһын биләй. Хеҙмәте ваҡытында өлкән лейтенант күп тапҡыр Чечен Республикаһында командировкала була һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты бойороғо менән “Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.

Ә 2024 йылда, туғандары һүҙенә ҡарамай, ул үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юллана һәм шунда уҡ взвод командиры урынбаҫары вазифаһында махсус тәғәйенләнештәге отрядҡа эләгә. Ни өсөн фронтҡа үҙ теләгең менән барырға ҡарар иттең, тигән һорауыма ул икеләнеп тормай: “Мин үҙ илемде яратам. Беҙҙән башҡа уны береһе лә һаҡламаясаҡ. Полицияла Тыуған иленең патриоттары эшләй. Мин ғүмер буйына шундай булдым, барыбыҙҙа ла ошондай хис-тойғоно ата-әсәйебеҙ, уҡытыусылар, һәм, әлбиттә, милицяла хеҙмәтебеҙ тәрбиәләне”, – тип яуапланы.

Хәрби хәрәкәттәрҙә Ватанын һәм Рәсәй Федерацияһы дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлағанда күрһәткән шәхсән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн Олег Суворов миҙалы менән бүләкләнә.

Фронттағы хәл-шарттар тураһында һөйләгәндә ул шуны билдәләп үтте: “Кешеләр үҙҙәрен аямай, һуғышҡа барғанда ҡурҡмай, сөнки өйҙә уларҙы ғаилләре, балалары, ейәндәре көткәнен белә. Әгәр дошман беҙҙең территорияға үтеп инһә, артабан илебеҙ менән нимә булырын барыһы ла яҡшы аңлай. Егеттәр алға атларға ғына әҙер, сигенергә уйламай ҙа – бары тик Еңеүгә табан!”.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы ҡарамағындағы ветерандар ойошмаһы МХОла ҡатнашыусыларға һәр яҡлап ҡулынан килгәнсе ярҙам итә. 100ҙән ашыу ойоҡбаш бәйләп, 14 меңдән ашыу окоп шәмдәре эшләп ебәргән. Милицияның элекке хеҙмәткәрҙәре яугир коллегаларына даими рәүештә аҡса йыйып, махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылауҙар әҙерләшергә ярҙам итә. Төрлө кәрәк-яраҡ һатып ала. Беҙ хаҡлы юлдабыҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! Ышаныс һәм өмөт ташламаһын!

 

Рәсәй Федерацияһы оборона Министрлығы менән хәрби контракт төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы 2 миллион һумға тиклем артты.

Бер йыл хеҙмәт итеү осоронда хәрби хеҙмәткәр 4 520 000 һум самаһы аласаҡ. Шулай уҡ, контракт төҙөгәндәрҙең барыһына ла 25 мең һумлыҡ махсус кейем бирелә. Өҫтәүенә, республикала МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.

Тулыраҡ мәғлүмәт: 8 (927) 310- 39-33; 8 (3473) 20-61-51 - Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).

 

Лилиә ИСЛАМҒОЛОВА.

Фото яугирҙың шәхси архивынан.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас