

Генерал кортежы барған юл “Т” хәрефенә оҡшаш юл сатына барып туҡтай, ике яҡлап та бер нисә километр алыҫлыҡта Украина блокпостары урынлашҡан. Уң яҡтан уйламағанда ата башлайҙар. “Беҙгә һөжүм иттеләр, – тип генералға хәбәр еткерәләр. Унда һуғыш бара. Тиҙерәк китеү яғын ҡарағыҙ”, – тип һул яҡтағы пост аша сығырға бойора ул.
Әммә бында уларҙы туҡталар. Тиҙерәк сығарығыҙ, тигән бойороҡҡа ниндәйҙер аңлайышыҙ хәбәр ишетелә.
“Һин нимә! – тип ҡотора генерал. – Минең кем икәнемде һаман да таныманыңмы әллә?! Ахмаҡ, мин һине хәҙер!...”.
Ошо һүҙҙәрҙе әйткән арала блокпост аммбразураһына тиҙ-тиҙ генә күҙ һала. Һәм кемдер нимәлер уйлап өлгөрмәҫ борон, генерал ерҙә ята, ә уның һаҡсылары юҡ ителә. Шулай итеп ул Рәсәй диверсия-разведка төркөмөнә пленға эләгә.
– Украина хәрби көстәре генералын ҡулға алыу операцияһын беҙ 2023 йыл башланыр алдынан әҙерләгәйнек, – тип һөйләй Бумер. – Күп юллы план уйларға тура килә. Ҡанлы спектакль ойошторҙоҡ. Беҙ бишәр кешенән торған ике төркөмгә бүленеп, йәшерен рәүештә Днепрҙы аша сыҡтыҡ. Һуңынан тауыш-тынһыҙ ғына, глушителле автоматтарҙан бер блокпостты тар-мар иттек. Украина һалдаттары формаһына кейендек тә, көтә башланыҡ. Бынан һуң икенсе блокпостҡа беҙҙең икенсе төркөмөбөҙ шау-шыулы атака яһаны. Бына шулай итеп генерал беҙҙең тоҙаҡҡа эләкте лә инде.
Кубань ҡалаһында тыуып үҫкән Бумер ҡушаматлы яугир 2015 йылда Стәрлетамаҡҡа күсеп килә. Ул ваҡытҡа уның иңендә Чечняла – ҡатмарлы хәрби заданиеларҙы үтәү өсөн тәғәйенләнгән “Росич” махсус тәғәйенләнешендә хеҙмәте ята. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас Себер тарафтарында эшләй. Ул Ростов өлкәһендә булған саҡта махсус хәрби операция башлана. Шул минутта уҡ Стәрлетамаҡ хәрби комиссариатына шылтырата. Үҙенең хәрби тәжрибәле спецназсы булыуын, унда уның кеүектәр, әлбиттә, кәрәк булыуын әйтә. Әммә, хәрби комиссариатта доброволецтарҙың кәрәкмәүен әйтәләр.
Бумер ҡул һелтәп ҡуйырға йыйынмай. Оборона министрлығына шылтырата, хаттар яҙа. Ниһайәт, сираттағы тапҡыр шылтыратыуына телефондың теге осондағы ҡатын унан: Разведкала хеҙмәт итергә ризаһығыҙмы?” тип һорай. Шулай итеп ул МХО зонаһына эләгә.
Беренсе көндө үк уларҙың подразделениеһы командиры: “Хәрбиҙәр бармы?” тип туры һорау бирә. Һүҙ хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар тураһында бара. Шундайҙар табыла ла. Улар араһында беҙҙең геройыбыҙ ҙа бар. “Тиҙҙән һеҙгә һуғышҡа яңынан өйрәнергә тура киләсәк. Бында һуғыш икенсе. Тиҙҙән барыһы ла ни тиклем үҙгәргәнен белерһегеҙ! Бына шулай”, – ти уларға командир.
Һәм уның һүҙҙәре хаҡ була. Әңгәмәселәремдең күбеһе Афғанстанда, Чечняла һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби хәрәкәттәр тәжрибәһе булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, бында икенсе һуғыш булыуын билдәләй. Ысынлап та, бындай хәл ҡасан булғаны бар –дошман нығытмаларына һөжүм итергә өс-биш кеше бара, ә һуңынан ярҙам килгәнсе яулап алған позицияларҙы һаҡлап ҡалырға тейеш була? Бығаса дрондар менән ҡасан һуғышҡандары бар?
“Беҙҙең бурыс дошман тылына инеү ине”, – тип дауам итә Бумер. Дөйөм алғанда, диверсия разведкаһы. Шәхси состав мине, рядовойҙы, взвод командиры итеп, офицер вазифаһына һайлай. Әммә мин баш тарттым, сөнки командир һәр ваҡыт яугирҙар менән алғы һыҙыҡта булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Ә мине тылға ебәрәләр ҙә ебәрәләр. Әммә ауыр хәл-шарттарға тап булған саҡта, яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә ала инем.
Херсон йүнәлешендә Бумер үҙе яраланған килеш иптәшен яу яланынан алып сыға. Биш сәғәттән ашыу дошман дрондары уларҙы эҙәрлекләй. Әммә, уңышһыҙ. “Төлкө өңөндә” бер генә кешегә лә уңайһыҙ. Ә бында ике кеше, етмәһә икеһе лә яраланған, икенсеһе ауыр хәлдә. “Шым! – ауыртыуҙан түҙемлеге бөтөп барған иптәшенә әйтә ул. Түҙергә кәрәк!”.
Беҙ уның фронт тормошондағы бөтә эпизодтары тураһында ла һөйләй алмайбыҙ. Яугир үҙе лә, төрлө сәбәптәр арҡаһында, аҙ һүҙле. Мәҫәлән, Угледар йүнәлешендә француз сит ил легионы менән эш итергә тура килә. 12 сәғәтлек алышта уларҙың взводы иң яҡшы һайлап алынған батальонды юҡҡа сығара. Поляктар, бразилиялылар, инглиз спецназы (Бөйөк Британия ҡораллы көстәренең махсус формированиеһы, бөтә донъя буйынса башҡа күп илдәрҙә махсус тәғәйенләнештәге подразделениелар өсөн өлгө булып тора) менән осрашырға тура килә.
Әммә минең уның ошо осрашыуҙары тураһында ентекләберәк һөйләү үтенесемә тынлыҡ ҡына “яңғырай”. Һөйләрлек бер нимә лә юҡ. Ғәҙәттә, ялланған кешеләр менән һөйләшеү ҡыҫҡа була. 1949 йылдың 12 авгусындағы Женева конвенцияларына өҫтәмә протоколда уларҙың комбатант йәки хәрби әсир статусына дәғүә итә алмауы тураһында әйтелә. Был турала ла Владимир Путин Курск өлкәһендәге командование пунктына барған саҡта иҫкә төшөрҙө. Шуға күрә, спецназ улар менән матурлап һөйләшеп тормаясағын фаразларға батырсылыҡ итәм. Айырым осраҡта – теге генералдың “телдәре” генә.
Ике йылдан ашыу ваҡыт эсендә Бумерға күп нимә күрергә, бихисап һынауҙар аша үтергә тура килә. Богдановск йүнәлешендә ун көндән ашыу өс кеше баҫып алған нөктәне һаҡлай. Яугирҙар өсөн дошмандың атыуы ла, дроны ла, штурмы ла ҡыйын булмай, иң ҡыйыны – һыуһау була. Эсәр һыуҙары етмәй уларға.
Кем нисек, әммә мин был хәлде Брест ҡәлғәһенә оҡшатам. Унда ла һыу алтынға тиң була.
Беҙ уның менән хәрби награда тапшырған ваҡытта таныштыҡ, ошо награда артында ике йылдан ашыу ваҡыт дошман тылына рейдҡа йөрөү, ауыр махсус операциялар, мөһим мәғлүмәттәр табыу, кеше хәле етмәҫлек ҡаты алыштарҙа ҡатнашыу, биш тапҡыр яраланыу һәм ике контузия тора. Әммә, был уның һуңғы миҙалы түгел тип ышаныслы әйтер мөмкин. Ул ысынлап та быға лайыҡ!
Фаяз ЙОМАҒУЖИН.
Фото яугирҙың шәхси архивынан.