Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
30 Апрель 2025, 05:11

ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫНАН ЙӘШТӘРГӘ ӘЙТЕР ҺҮҘ

Ә беҙгә, 15 йәше лә тулмаған малайҙарға, беҙҙән олораҡ ағайҙар, апайҙар менән тағы ла көслөрәк, ҡеүәтлерәк “Катюша”ларҙың “апайҙарын” төҙөү өсөн цехтар, производстволар төҙөү ҡушылды.

ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫНАН ЙӘШТӘРГӘ ӘЙТЕР ҺҮҘҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫНАН ЙӘШТӘРГӘ ӘЙТЕР ҺҮҘ
ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫНАН ЙӘШТӘРГӘ ӘЙТЕР ҺҮҘ

Ҡәҙерле яҡташтарым! Бөгөнгө көндә, илебеҙ өҫтөнә ҡара болот төшкән осорҙа һеҙҙең батырлығығыҙҙы, ҡыйыулығығыҙҙы, илебеҙҙе ысын күңелдән яратыуығыҙҙы һәм уның именлеген һаҡлауҙа, нигеҙен нығытыуҙа ҙур өлөш индереүегеҙҙе күреп, шатланып, үҙебеҙҙең 1960 йылдарҙағы йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрөп үтергә булдым.

1959 йылдың 1 сентябре. Бөгөнгө кеүек Америка менән Европа илдәре һуғыш тамамланыуына нисә йылдар үтеүенә ҡарамаҫтан, беҙгә ябырылырға әҙерләнәләр. Атом зарядлы ракеталары беҙҙең ҡалаларға төбәлгән. Илдә тиҙ рәүештә сәнәғәтте, айырыуса химия сәнәғәтен күтәреү бурысы ҡуйылған.

Ошондай шарттарҙа Партия, Комсомол, тәү сиратта, йәштәргә мөрәжәғәт итте. “Все на ударную комсомольскую стройку” – шул көндәрҙең ораны ине. Барлыҡ ил, СССР, яҙын ҡырмыҫҡа, бал ҡорттары кеүек, илде күтәрергә кереште.

Беҙ ҙә, Ишембай районы, Түбәнге һәм Үрге Әрмет егеттәре, ҡыҙҙары – һуғыш балалары, һеҙҙең кеүек, бөгөнгө йәштәр, илгә ауыр саҡта ситтә ҡалырға уйламаныҡ. “Ятып ҡалғансы атып ҡал”, тигән башҡорт мәҡәлендәгесә, ете класлы Әрмет мәктәбен тамамлаған 14-15 йәшлек егеттәр, ҡыҙҙар төҙөлөш училищеларына уҡырға инергә ҡарар иттек. Ул осорҙа Стәрлетамаҡта өс училище бар ине: СУ-2, СУ-15, СУ-3.

Ир-егеткә, ҡатын-ҡыҙға техник һөнәри белем, бигерәк тә армия биргән тормош тәжрибәһен бер ниндәй юғары уҡыу йорто ла бирә алмай, тип уйлайым. Ул осорҙа юғары уҡыу йорттары студенттары беҙҙең менән йәй һайын өсәр ай студотрядтарҙа тырышып эшләйҙәр ине.

Беҙгә килгәндә, ауылдаштарым, класташтарым менән СУ-15-тә һөнәргә өйрәнә башланыҡ. Кластарҙа, парталар артында, оҫтаханаларҙа түгел, ә төҙөлөш майҙандарында.

Беҙҙең 11-се төркөмдө (балта оҫталары) производство мастеры Кәримов Вафа Сабир улы етәкләне. Ул беҙгә атай ҙа, әсәй ҙә булды. Ә улы — Уран Вафа улы беҙҙең тәрбиәсе ине. Ҙур рәхмәт уларға. Училище директоры Абрам Львович Теплицкий бик талапсан булды.

Көн һайын иртәнге смотр. Беҙ ҡара төҫтәге һалдат кейемендә. Эш йәки уҡыу көнөн строевой формала, йыр менән башлай инек.

Беҙҙең төркөм “Стәрлетамаҡстрой” тресының СУ-4 идаралығына беркетелде. Уға “Авангард” заводын төҙөргә ҡушылғайны. Күптәребеҙ гәзиттәр, телевидение аша күреп, ишетеп беләбеҙ, “Авангард” заводында легендар “Катюша”ларға зарядтар яһанылар – дошманды еңеүгә ҙур өлөш индерҙеләр.

Ә беҙгә, 15 йәше лә тулмаған малайҙарға, беҙҙән олораҡ ағайҙар, апайҙар менән тағы ла көслөрәк, ҡеүәтлерәк “Катюша”ларҙың “апайҙарын” төҙөү өсөн цехтар, производстволар төҙөү ҡушылды.

Элекке төҙөлөш майҙанын хәҙерге төҙөлөш майҙаны менән сағыштырып булмай. Был айырма ут менән һыу араһы кеүек.

Беҙҙең осорҙа экскаваторҙар, крандар, тракторҙар юҡ ине. Бөтә эш ҡоралы көрәк, русса әйткәндә, лом, кирка, кувалда, клин металлический, Кран стреловой “Пионер” (250 кг күтәрә) һәм двухстоечный подъемник (50 кг күтәрә), тачкалар, таҫмалы транспортер ине. Ул ваҡыттарҙа йыйылма тимер-бетон булманы. Бөтә конструкцияны балта оҫталары ағастан, тактанан ҡалып яһап, арматурлап, бетон һала инек. Рәхмәт ҡатын-ҡыҙҙарға. Улар ер эшен – нигеҙҙәрҙе көрәк, лом, ауыр сүкеш, шына менән башҡарҙылар.

Бөгөнгө төҙөлөш, Аллаға шөкөр, балаларҙың баҡсала кубиктарҙан йорт төҙөүенә оҡшаш. Быға беҙ, ҡарттар, бик шатбыҙ һәм көнләшәбеҙ.

Ҡәҙерле яҡташтарым! Бөгөн һеҙҙең күбегеҙ илде һаҡларға саҡырылды, ҡайһы берәүҙәре йыйына. Илде һаҡлағыҙ, яратығыҙ. Атай-әсәйҙәрегеҙ кеүек, ул да берәү генә.

Һуғыш балаларының Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҫешенә индергән өлөшө ҙур, тип әйтмәксемен. Иҫке ҡала, Сайгановка, Левашовка, Строймаш, Первомайск ҡасабаларынан торған Стәрлене беҙ һеҙгә ҙур сәнәғәт үҙәге булған ҡалаға әйләндереп тапшырҙыҡ. Ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, йәштәр.

Беҙ ҙә ваҡытында Вьетнамда ла, Кариб кризисы осоронда сит илдәрҙә утлы нөктәләрҙә лә армия сафында булып, илде һаҡланыҡ. Бөгөн һеҙгә, йәш быуынға, иҫәнлек-һаулыҡ, тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар теләйбеҙ.

Һуғыш балалары исеменән, БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры Рөстәм Абдрахман улы Әмиров.

Һүрәттә: һулдан беренсе Рөстәм Әмиров. 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас