Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Май 2025, 11:05

"Еңеү локомотивы" беҙгә лә килде!

Стәрлетамаҡта Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Куйбышев тимер юлы буйлап "Еңеү локомотивы" килде.

"Еңеү локомотивы" беҙгә лә килде!"Еңеү локомотивы" беҙгә лә килде!
"Еңеү локомотивы" беҙгә лә килде!

Был патриотик сара бер нисә йыл үткәрелә. Һәм йылдан-йыл “Еңеү паровозын” ҡаршы алырға, күсмә экспонаттарҙы күрергә теләүселәр һаны арта ғына бара.
29 апрелдә тимер юл вокзалы перронына 16 меңдән ашыу халыҡ килде, башлыса балалы ғаиләләр. Бында легендар "Лебедянка" паровозын, хәрби техниканы һәм ретро автомобилдәрҙе күрергә, иҫтәлекле фотоға төшөргә, һалдат бутҡаһын ашап ҡарарға һәм һуғыш йылдарындағы йырҙарҙы тыңларға мөмкин ине. Бында шулай уҡ "Георгий таҫмаһы" сараһы ла үтте.

"Еңеү локомотивы" беҙгә лә килде!
"Еңеү локомотивы" беҙгә лә килде!
"Еңеү локомотивы" беҙгә лә килде!
Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас