

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе коллективы Һеҙҙе иҫтәлекле ғүмер байрамығыҙ – матур юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлай һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәрен еткерә.
Һеҙ – театр сәнғәтенә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәтеп, халыҡтың ысын һөйөүен яулаған актер.Сөнки сәхнәлә төрлө характерлы алтмышҡа яҡын образдар тыуҙырып, йәшен дә, олоһон да тирә-яҡтың матурлығын тойорға, яҡшылыҡҡа ынтылырға, изгелек таратырға ышандырыу – Һеҙҙең оло талант эйәһе булыуығыҙҙы тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына тоғро ҡалып хеҙмәт итеүегеҙ оло маҡтауға лайыҡ һәм ғорурлыҡ тойғолары уята. Башҡортостандың халыҡ артисы исемен йөрөтөүегеҙ, Һеҙҙе, ысын мәғәнәһендә, сәхнә оҫтаһы итеп дәлилләй, хеҙмәтегеҙҙең баһаһын, бәйәһен арттыра, театр сәнғәтенең дәрәжәһен ҡеүәтләй.
Күп йылдар дауамында театрҙың художество етәксеһе, директор урынбаҫары вазифаларын башҡарыуығыҙ – Һеҙҙе талапсан етәксе итеп танытты. Коллективты юғары кимәлдә ойоштороп, туплап, театрҙың бөгөнгөһөн генә түгел, киләсәген дә уйлап, заман менән бер ҡатарҙан һәмалдан күҙаллап эшләй белеүегеҙ, мәлендә коллегаларығыҙҙың эшен ғәҙел баһалауығыҙ өлгө булып тора һәм һоҡландыра. Тап сәхнәгә булған һөйөүегеҙ, башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүҙә, тамашасыға еткереүҙә, таратыуҙа, тирә-яҡҡа данлауҙа – даирә киңлектәрен аса, күңелдәрҙе нурландыра, ижади эшмәкәрлегегеҙҙе кәрәкле итә. Эскерһеҙ хеҙмәтегеҙ өсөн, сикһеҙ рәхмәтлебеҙ Һеҙгә!
Хөрмәтле Илһам Ринат улы! Юбилейығыҙ уңайынан ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, бәхет тулы миҙгелдәр кисереп, бәрәкәтле, тыныс тормошта йәшәргә яҙһын. Донъяғыҙ түңәрәк, эштәрегеҙ уң булһын, ҡәҙерле юбилярыбыҙ!
Хөрмәт менән Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе коллективы.