Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Май 2025, 06:05

Һикһәненсе яҙға аяҡ баҫтыҡ

1941 йыл илебеҙ тарихындағы иң ҡараңғы көндәрҙең береһе. Бынан 85 йыл элек — 1941 йылдың 22 июнендә таңғы сәғәт 4-тә фашистик Германия, һөжүм итмәү тураһындағы килешеүеҙе боҙоп, Советтар Союзының сиге аша үтә һәм илебеҙ тарихындағы иң ҡанлы һуғышты башлай.

Һикһәненсе яҙға аяҡ баҫтыҡҺикһәненсе яҙға аяҡ баҫтыҡ
Һикһәненсе яҙға аяҡ баҫтыҡ

Дошман авиацияһы ил сигенә яҡын урынлашҡан аэродромдарҙы, тимер юлдарҙы, совет ғәскәре частарын көслө утҡа тота. Мурманск, Литваның Каунас, Минск, Киев, Одесса һәм Севастополь ҡалаларына бомба яуҙыра. Көслө ҡоралланған дошман армияһы сик буйындағы хәрби көстәрҙе һәм һуғыш ҡоралдарын, ҡорамалдарын юҡҡа сығара. Һауа һәм артиллерия һөжүменән һуң, фашистарҙың Балтик буйынан алып Карпат тауҙарына тиклемге фронтта ҡоро ер ғәскәрҙәренең төп көстәре ҡуҙғала. Шулай итеп, Германияның союздаштары булған Венгрия, Румыния, Финляндия, Хорватия кеүек илдәр бергәләп СССР-ға ябырыла.

Һуғыш башланыуҙың тәүге аҙналарында хәрби комиссариатҡа йөҙләгән йәш ир-егет уларҙы үҙ теләге менән фронтҡа ебәреүҙәрен һорап килә. 1942 йылдың башына һәр ерҙә лә хеҙмәт колективтарында фронт бригадалары булдырыла. Унда иҫәптә торған һәр кем өс кеше нормаһын етештерергә тейеш була — береһе үҙе өсөн, икеһе фронтҡа киткән иптәштәре өсөн.

1941 йылдың көҙөндә Дәүләт оборона комитеты ҡарары буйынса Стәрлетамаҡ станцияһына эвакуацияланған заводтар һәм фабрикалар ҡорамалдары менән составтар, фронт яны райондарынан меңәрләгән кеше килә башлай. Һуғыш йылдарында ҡалаға оккупацияланған райондарҙан халыҡ эвакуациялана. Ҡалала халыҡ һаны 38 меңдән 70 мең кешегә тиклем арта.

Һуғыш башында Стәрлетамаҡ штаттан тыш район ҡалаһы була, ә Еңеүҙе эре сәнәғәт үҙәге булараҡ ҡаршылай. Һуғыш йылдарында ҡалала сәнәғәт революцияһы үтә. 1941 йылға тиклем Стәрлетамаҡта ни бары ике генә эре предприятие иҫәпләнә — тире заводы һәм он комбинаты. Ә 1941 йыл аҙағында ҡалаға көнбайыштан эвакуацияланған заводтар һәм фабрикалар килә башлай: Одесса станоктар эшләү заводы, Славянск һәм Донецк сода заводы, Волховский, Яңы-Подольский һәм Брянск цемент заводтары, комиссариаттың яу ҡорамал заводы, “Ҡыҙыл пролетарий” исемендәге Баҡы заводы, шәкәр заводы. Хатта Мәскәүҙән Стәрлетамаҡҡа күн — аяҡ кейемдәре комбинаты күсерелә. 1941 йылдың икенсе яртыһында “Башнефтеразведка” тресы ҡалаға эвакуациялана.

1942 йылда 4660-сы эвакогоспиталь өс бинала урынлаштырыла: 4-се мәктәп, мәҙәниәт мәғариф училищеһы һәм район башҡарма комитеты бинаһында, Карл Маркс һәм Хоҙайбирҙин урамдары мөйөшөндә. Бында госпиталь штабы була, тәү сиратта, яңы килгәндәр өсөн. Икенсе 3660-сы эвакогоспиталь һуңыраҡ, 1943 йылдың көҙөндә асыла, ул 14-се мәктәп бинаһында урынлаша. Стәрлетамаҡ эвакогоспиталдәрендә һауыҡҡандар исемлегендә йөҙҙәрсә исем иҫәпләнә.

Ҡалала 1941-1945-се Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 170-се уҡсылар дивизияһы (1-се формирование); Стәрлетамаҡ ДОСААФ аэроклубы; Рига пехота училищеһы урынлаша, унда биш йыл дауамында Ҡыҙыл армия, миномет һәм пехота частарының команда составы өсөн кесе командирҙар әҙерләнә.

Стәрлетамаҡтар, бөтә ил халҡы кеүек үк, йылы әйберҙәр йыйыу башланғысын хуплай һәм 1942 йылдың ғинуарына фронт өсөн тәү тапҡыр 8539 дана йылы әйбер индерелә, 172 посылка һәм миллион һумдан ашыу аҡса йыйыла. 1945 йылдың ғинуар аҙағына был һан 7 миллионға тиклем арта. Формалашыусы кавалерия дивизияһы яугирҙарын йыһазландырыу өсөн урындағы “Ҡыҙыл партизан” һәм “Кожевник” артелдәре итек, эйәр, билбау, ярым тундар, эшләпә, бирсәткә һ.б. тегеү ойоштора.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтта Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районынан 16150 кеше фронтҡа китә. Дошманға ҡаршы алышҡан өсөн 6 меңдән ашыу һалдат дәүләт наградалары менән бүләкләнә.

Эстәрле ере Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һаны буйынса үҙенсәлекле рекорд та ҡуя. Ҡала тыфуған яҡты өйрәнеү музейында түбәндәге һандар бар: Башҡортостандың бөйөк уларндары араһында 25 стәрлетамаҡлы Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була. Был башҡа ҡала йәки районға ҡарағанда ла күберәк. Һуғышта 8590 кеше яу яланында башын һала һәм хәбәрһеҙ юғала.

Ә ҡалабыҙҙың дүрт — Кочетов, Ноғоманов, Пантелькин, Суханов урамы, Стәрлетамаҡ ерендә тыуып үҫкән яҡташтарабыҙ, Советтар Союзы Геройҙары исемен йөрөтә. Шулай уҡ, ҡалабыҙҙа Ватан һуғышы геройҙары исемен мәңгеләштереү өсөн дә бик күп эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, Октябрь проспектында һуғыш йылдарында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә Мәңгелек ут яна. Еңеүҙең 55 йыллығына яҡташтарыбыҙ — Георгий Жуков исемендәге скверҙа Советтар Союзы Геройҙары бюстары урынлаштырылған Геройҙар Аллеяһы асыла. Һуңғараҡ скверҙа һуғыш йылдарында вафат булған ҡала халҡы исемдәре яҙылған хәтер стелаһы асыла.

Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡта ни бары биш кенә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бар. Анатолий Семёнович Секретовҡа, Александр Петрович Герасимовҡа, Валентина Ивановна Соловьеваға, Шәрифулла Сәйфулла улы Фәйзуллинға һәм Хажи Шәймөхәмәт улы Ғафаровҡа “Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданины” исеме бирелгән.

Еңеү яҙын килтергән, ғүмерҙәрен аямай тыныс күк йөҙө өсөн көрәшкән, тылда фронт өсөн барыһын да эшләгән хөрмәтле ветерандар, һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Совет яугирҙарының ҡаһарманлығы, тылда совет халҡының берҙәмлеге һәм көн һайын күрһәткән батырлығы Бөйөк Еңеүгә илтте. Был еңеү тоталь фашист геноцидынан тотош халыҡтарҙы ҡотҡарҙы.

Ветерандарыбыҙ Еңеү яуланы, һуғыштан һуңғы йылдарҙа илде аяҡҡа баҫтырҙы, районды төҙөнө һәм үҫтерҙе. Еңеү өсөн, тыныс тормошобоҙ өсөн, һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, фронтовиктарҙың тол ҡатындары һәм балалары алдында баш эйәбеҙ. Яу яланында ятып ҡалған һәм ошо йылдар эсендә арабыҙҙан киткән яугирҙар беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Еңеү байрамы киләсәктә лә беҙҙе берләштерһен, Рәсәйҙең ҡеүәтен нығытыуға яңы көс бирһен. Һәр йортҡа тыныслыҡ, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ.

 

Һүрәттә: Стәрлетамаҡтағы “Красный пролетарий” заводының тәүге биналары.

Ҡалабыҙҙың “Авангард” заводы һуғыш йылдарында артиллерия һәм ракета системаларына баллистик дарынан зарядтар етештергән.

Әлфиә МАНСУРОВА.

Фотолар интернет селтәренән.

Һикһәненсе яҙға аяҡ баҫтыҡ
Һикһәненсе яҙға аяҡ баҫтыҡ
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас