Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Май 2025, 06:02

Тарихҡа әйләнгән яҙмыштар. Кем ул Ғүмәровтар һәм ҡайҙан?

Суфия Ғәзиз ҡыҙы менән Наил Насир улы ҒҮМӘРОВтар ҡалабыҙ заводтарында ғүмер буйы тырышып эшләй, уның үҫешенә тос өлөш индерәләр. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Һаулыҡтарын, ғүмерҙәрен һәм тәүфиҡтарын теләп, ата-әсә балаларына Лилиә, Фәнил һәм Әлфиә тигән матур исем һайлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәләл ефете Суфия Ғәзиз ҡыҙы бер нисә йыл мәрхүм инде. Ҡалабыҙҙың иң өлкән һәм иң матур парҙарының береһе була улар! Тәү ҡарашҡа ябай ғына булып тойолған ғаилә бәхетендә күпме һынауҙар, балҡыштар һәм, әлбиттә, табыштар ҙа сағыла.

Тарихҡа әйләнгән яҙмыштар. Кем ул Ғүмәровтар һәм ҡайҙан?Тарихҡа әйләнгән яҙмыштар. Кем ул Ғүмәровтар һәм ҡайҙан?
Тарихҡа әйләнгән яҙмыштар. Кем ул Ғүмәровтар һәм ҡайҙан?

Үҙҙәре атай-әсәйҙән ҡалып – етемлекте, аслыҡтан – ауырлыҡты, ишле ғаиләлә татыулыҡты үҙ елкәләрендә татып үҫкән ир менән ҡатын ул-ҡыҙҙарына тормош ҡәҙерен кескәй генә саҡтарынан уҡ һеңдереп үҫтерәләр. Бәлки шуғалыр ҙа өлкән булыуҙарына ҡарамаҫтан, өс бер туған туғанлыҡ ептәрен өҙмәү генә түгел, уны йылдар үткән һайын нығыта ғына бара.

Наил Насир улы ошо көндәрҙә 90 йәшлек оло юбилейын билдәләгән. Үҙенең үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген белер өсөн йөҙйәшәр нәҫел ағасын төҙөй. Үткәне булмағандың, киләсәге лә юҡ ти, халыҡ. Бөгөнгө быуыныбыҙ ҙа, киләсәгебеҙ ҙә тамырҙарыбыҙҙан – тарихыбыҙҙан һут ала. Шулай уҡ, Наил Ғүмәров түбәндә үҙенең атаһы, Насир Ғирфан улы Ғүмәровтың әсе яҙмышы тураһында яҙған өҙөктө гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.

 

“Атайым Ғүмәров Насир Ғирфан улы 1910 йылдың 9 июлендә Башҡорт АССРының Стәрлебаш районы, Ҡарағош ауылында тыуған. 1941 йылдың 6 июлендә, Стәрлебаш районы хәрби комиссариаты тарафынан, Совет Армияһы сафына алына.

Хеҙмәтен кесе сержант дәрәжәһендә, 243 уҡсылар полкының тәьмин итеү взводы бүлексәһе ярҙамсыһы сифатында үтә. 1941 йылдың авгусынан Смоленск йүнәлешендә хәрби операцияларҙа ҡатнаша. 1941 йылдың 2 октябрендә Ржев ҡалаһы районында ҡаты яраланып, аңын юғалта һәм ер менән күмелгән килеш өс тәүлек тирәһе яу яланында ята. Һуңынан уны урындағы кеше табып ала һәм бер аҙна тирәһе үткәс, Насир Ғүмәров немецтар тарафынан әсирлеккә алына һәм Смоленск ҡалаһында 6-7 көн дауамында лазаретта ята.

Бынан һуң Минск ҡалаһына йыйылыу пунктына ебәрелә. Унан хәрби әсирҙәр өсөн “Лесной” лагерына. Унда 1943 йылдың 23 декабренә тиклем була һәм урман эшкәртә, тимер-юл станцияһында төрлө эштәрҙә эшләй. 1943 йылдың декабрь аҙағында Германияның Гамбург ҡалаһына хәрби әсирҙәр өсөн лагерға ебәрелә, унда 1944 йылдың авгусына тиклем тотола һәм тимер юлда төрлө эштәрҙә эшләй. Һуңынан Киль ҡалаһы янындағы лагерға оҙатыла, унда 1945 йылдың мартына тиклем тотола. Емерелгән тимер юлдарҙы тергеҙеүҙә эштәрендә ҡатнаша, шунан Һуң Киль ҡалаһынан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан “Блюменталь” лагерына ебәрелә, унда 1945 йылдың 5 майына тиклем була.

1945 йылдың 9 майында инглиз ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә һәм 1945 йылдың 13 июнендә Совет командованиеһына тапшырыла. Дәүләт тикшереүенән һуң эшсе батальонға ебәрелә, унда 1946 йылдың ғинуарына тиклем була: ҡорамалдарҙы эвакуациялауҙа эшләйҙәр. Ткворчелли ҡалаһында дәүләт тикшереүе үтә. Тикшереү барышында әсирлектә булған осорҙа компроматлаусы материалдар табылмай. 1946 йылдың ғинуарында Сухуми ҡалаһына икенсе эшсе батальонға ебәрелә, унда 1946 йылдың июненә тиклем Квизян станцияһы янында шахтала эшләй. 1946 йылдың июнендә тыуған иленә ҡайтарыла. 1958 йылда аҡлана, һуғышта яраланыу буйынса 2 төркөм инвалидлыҡ билдәләнә һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.

Атайым һуғышҡа киткәндә миңә 6 йәш, һеңлемә ни бары 3 кенә йәш була, әсәйебеҙҙең 9 айлыҡ йөклөлөгө була. Атайыбыҙ һуғышҡа китеп, ике аҙна үткәс, бала тапҡанда мәрхүм була. Уны ҡарынындағы балаһы менән бергә ерләйҙәр. 1941 йылдың октябрендә атайыбыҙға ҡара ҡағыҙ алдыҡ.

Минең атайым 1979 йылдың февралендә 69 йәшендә вафат булды”.

 

 

Атайымдың үҙе тураһында яҙған яҙыуҙарынан.

1-се дәфтәр

Мин, Ғүмәров Насир Ғирфан улы, 1910 йылда тыуғанмын. Ата-әсәйем ярлы крәҫтиән була. 1920 йылда вафат булалар (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1919 йылда). 9 йәшемдә етем ҡалдым, өлкән ағайым Ханнанда тәрбиәләндем (ул 1901 йылда тыуған), хәлле крәҫтиәндәрҙә батрак булып эшләнем. 1923 йылдан 1924 йылға тиклем күрше Ҡабыҡҡыуыш ауылында йәмәғәт малын көттөм. 1925 йылдан 1929 йылға тиклем күрше ауылдарҙа кулактарҙа хеҙмәт итеп, бер үк ваҡытта үҙаллы уҡырға һәм яҙырға өйрәндем, киске мәктәптәрҙә уҡып, башланғыс белем тураһында аттестатын алдым. 1929 йылдан өлкәндәрҙе уҡырға-яҙырға өйрәтеү өсөн уҡытыусылар әҙерләү курстарында уҡытыусы булып эшләй башланым (Наҙанлыҡты бөтөрөү курстары (ликбез).

Уңышлы эшләү һөҙөмтәһендә, шул уҡ йылда халыҡ мәғарифы бүлеге мине Өфө ҡалаһына өс айлыҡ башланғыс белем биреү уҡытыусылары курсына ебәрҙе, мин уларҙы уңышлы тамамланым. 1930 йылдың 1сентябренән 1941 йылға тиклем Стәрлебаш районының төрлө ауылдарында уҡытыусы булып эшләнем һәм башланғыс белем мәктәптәрен ойошторҙом.

1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башланды. 1941 йылдың 6 июлендә фронтҡа киттем. Өйҙә йөклө ҡатыным, 6 һәм 3 йәшлек ике балам тороп ҡалды. 18 августа хат алдым, унда Әсҡәпъямалымдың бала тапҡан ваҡытта, 1941 йылдың 20 июлендә мәрхүм булыуы хәбәр ителә ине. Шул ваҡытта кисергән хис-тойғоларымды әйтеп аңлатырлыҡ түгел... Ике бала йәтим ҡалды.

Фронтта ҡаты алыштар бара. 1941 йылдың октябрендә Ржев йүнәлешендә һөжүм итә башланыҡ. Патрондар бөткәс, ике яҡлап граната ырғыта башланыҡ. Мин биш граната ырғыттым, әммә, шул мәлдә яуап итеп беҙҙең окопҡа дошман гранатаһы килеп төштө. Аңымды юғалтып йығылып, ер менән күмелгән килеш шундай хәлдә өс көн ятҡанмын. Аңыма килгәндә тирә-яҡта урындағы халыҡтың трофейҙар йыйып йөрөүен күрҙем. Аяҡҡа баҫҡас, яҡында йөрөгән балалар төрлө яҡҡа таралышты. Өлкән йәштәге ҡарт мине шәйләп ҡалды ла, арбаға һалып алып ҡайтып китте. Унда һәр йортта беҙҙең яраланған һалдаттар ине. Минең ике ҡабырғам һынған, башыма, түшемә һәм яңағыма мина ярсығы эләккән булып сыҡты. Үҙебеҙҙең санитар һалдаттар беренсе ярҙам күрһәтте.

Ун көндән фашистар килеп, яралы һалдаттарҙы өйҙән сығарып, бер ергә йыя башланы. Бер мәл ниңәлер немец һалдаты яныма килеп, «һунд солдат» тине лә пистолет менән яңағыма һуҡты. Аңымды юғалттым...

Бер аҙ ваҡыттан уянып китһәм: машина кузовында яраланған һалдаттар яраһында ятам. Тирә-яҡта ыңғырашыуҙар ишетелә. Төндә Смоленск ҡалаһына килеп еттек. Беҙҙе, 200 кешене, ниндәйҙер дауахана коридорына урынлаштырҙылар.

Төндә бигерәк һыуыҡ ине: тәҙрәләр ватыҡ, иҙәндә ҡар. Иртән яраларҙы сисеп бәйләгәндә, әсиргә алынған беҙҙең табиптар ниндәйҙер шыйыҡса һәм сепрәк ҡуллана ине. 60 кеше генә иҫән ҡалдыҡ, ҡалғандары мәрхүм булды. Артабан ниндәйҙер һарайға урынлаштырҙылар, үлгән ат ите, яртыһына сүбәк ҡушылған 100 г икмәк һәм кәбеҫтә, өйрә бирә торғайнылар.

Бер аҙнанан һуң икенсе лагерға күсерҙеләр. 60 кешенән 30ы ғына иҫән ҡалды. Бында үлгән кешеләр бик күп. Көнөнә бер генә тапҡыр тәмһеҙ аш ашаталар. Етмәһә, кухняға тиклем барып еткәнсе бер нисә тапҡыр туҡмалаһың әле. Ҡайһы берәүҙәр, барып етмәҫ борон йығыла һәм башҡа тора алмай, вафат булалар.

1944 йылдың февраль башында Кисль тигән ҡала эргәһендәге “Блютемаль” лагерына килеп еттек. 1945 йылдың майына тиклем унда булдым: инглиздәр бомбаға тотҡандан һуң тимер-юлдарҙы тергеҙҙек, ауыл хужалығы эштәрендә эшләнек, бәрәңге йыйҙыҡ һ.б.

1945 йылдың 9 майында ҡаланы инглиз ғәскәрҙәре баҫып алды һәм беҙҙе ирекле тип иғлан итте, әммә һаҡланылар. Бер аҙнанан беҙҙе Совет Армияһына тапшырҙылар. Дәүләт тикшереүе үткәндән һуң, Ҡыҙыл Армия ҡарамағындағы эшсе батальонда хеҙмәт иттем. Заводтар ҡорамалдарын эвакуациялауҙа эшләнек.

1946 йылдың ғинуарында Кавказға, Абхазияға, Ткварчелли ҡалаһына килеп еттек. Унда шахтала эшләнек. 1946 йылдың июнендә һаулыҡ торошо буйынса (1941 йылда яраланыу һөҙөмтәһендә) демобилизацияланылар. Мин тыуған яғыма, Ҡарағош ауылына ҡайттым. Ғазапланып, оҙаҡ йылдар ил гиҙеп йөрөгәндән һуң, яҙмыш миңә өйөмә ҡайтып, 11 йәшлек улымды һәм 8 йәшлек ҡыҙымды ҡосорға насип итте.

Колхозда төрлө вазифаларҙа: баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры, агроном, колхоз рәйесе урынбаҫары һ.б. булып эшләнем. Ниндәй генә эш ҡушһалар ҙа, намыҫлы һәм лайыҡлы башҡарҙым.

Наил ҒҮМӘРОВ.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

 

Атайым Насир Ғүмәров 1939 йылда “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

Атайым Насир, әсәйем Әсҡәпъямал, мин – Наил һәм һеңлем Наилә.

#Победа80

 

Тарихҡа әйләнгән яҙмыштар. Кем ул Ғүмәровтар һәм ҡайҙан?
Тарихҡа әйләнгән яҙмыштар. Кем ул Ғүмәровтар һәм ҡайҙан?
Тарихҡа әйләнгән яҙмыштар. Кем ул Ғүмәровтар һәм ҡайҙан?
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас