

Хөрмәтле ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балалары!
Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы!
Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ! Әлеге изге байрам илебеҙҙең барса халҡы өсөн дә айырым урын биләй. Ул һәр ғаиләгә ҡағылды, халҡыбыҙҙың тиңһеҙ батырлығы, сыҙамлығы һәм берҙәмлеге символына әүерелде.
Беҙ яу яландарында Ватаныбыҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған һалдаттарҙҙың батырлығы алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ. Станоктар артында тороп, баҫыуҙарҙа тир түгеп, Еңеүҙе яҡынайтҡан тыл хеҙмәтсәндәренең ҡаһарманлығын, дөйөм эшкә өлөш индергән һуғыш балаларының фиҙаҡәр хеҙмәтен хәтерләйбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Тап көслө рухлы халыҡ, ныҡлы тыл һәм хаҡ эшкә ышаныу ғына беҙгә ошо ҡот осҡос һуғышта еңеп сығыу мөмкинлеге бирҙе.
Бөгөнгө көндә беҙҙең егеттәребеҙ махсус хәрби операцияла иңгә-иң терәшеп Еңеүҙе яҡынайтҡанда, беҙ уларҙа Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының лайыҡлы вариҫтарын күрәбеҙ. Улар илебеҙ тыныслығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлап, олатай-өләсәйҙәренең батырлығын ҡабатлай.
Был мөһим көндө барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, изгелек һәм именлек теләйбеҙ! Бөйөк Еңеү тураһында хәтер беҙҙең өсөн һәр саҡ көс һәм илһам сығанағы булып торһон! Байрам менән!
Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.