Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Май 2025, 05:00

Араларҙы яҡынайта, быуындарҙы тоташтыра фронт хаттары...

Еңеүгә 80 йыл тулыу айҡанлы, ҡалабыҙҙа һәм республикала һәр төрлө саралар үткәрелә. Был һәр кемдең һуғышта ҡатнашҡан һәм шул осорҙа йәшәгән туғандарын иҫкә төшөрөргә сәбәп булып тора. Шул иҫәптән, беҙҙең гәзит редакцияһына ла Ғафури районы, Туғай ауылында тыуып, әлеге көндә Стәрлетамаҡ районының Бельское ауылында йәшәүсе Ишбулда Фәйзулла улы Вәлитов, атаһы тураһында һаҡлап ҡалдырған 1970 йылда “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған хәтирәләрен һәм хәрби билетын килтерҙе. Ишбулда Вәлитов үҙе 1948 йылда ғаиләлә алтынсы бала булып тыуған.

Араларҙы яҡынайта, быуындарҙы тоташтыра фронт хаттары...Араларҙы яҡынайта, быуындарҙы тоташтыра фронт хаттары...
Араларҙы яҡынайта, быуындарҙы тоташтыра фронт хаттары...

Мәктәпте тамамлағас, 1964-1966 йылдарҙа 21-се ҡала һөнәрселек училищеһында уҡый, слесарь-монтаж-лаусы булып эш башлай, һуңынан ауыл хужалығы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Ике йыл армияла хеҙмәт итә. Бельское ауылында, механизатор булып эшләгән саҡта, буласаҡ ҡатыны Земфира Исмәғил ҡыҙы Богданова менән таныша. Ул йүнәлтмә буйынса медицина хеҙмәткәре итеп ебәрелгән була. 1971 йылда йәштәр өйләнешә, ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Әлеге көндә уларҙың биш ейәнсәре бар. Иң олоһо Ҡазан университетын тамамлап, Петербург ҡалаһында эшләй. Фән юлын һайлаған.

(Һуғышсы яҙмалары)

Фәйзулла Вәлитов Ғафури районының Туғай ауылында тыуған, шунда үҫкән. Ҡатыны Әсмә апай менән балалар үҫтергән. Колхозда эшләгән. Гитлер фашистары Тыуған илебеҙгә ҡаршы һуғыш башлағас, ул ауылдаштары Сәғитов Ғәйнулла, Исхаҡов Билал, Әхтәм һәм Харис Иғдисамовтар менән бергә 1941 йылдың 5 авгусында фронтҡа киткән. Калинин өлкәһенең Торжок районында һуғыш юлын башлап, фашистарҙы Балтик диңгеҙенә тиклем ҡыуышҡан. Бынан һуң Монголияның Оло Хинган тауҙары аша үтеп, Япон самурайҙарын туҡмап, Тымыҡ океан ярындағы Порт-Артур ҡалаһына тиклем барып еткән. Фронтта ул автоматсы, пулеметсы, минометсы, разведчик, санитар һәм элемтәсе булып хеҙмәт иткән. Биш тапҡыр яраланып, бер тапҡыр “үле” хәбәре килгән. Шулай ҙа ул 1945 йылдың октябрендә, түш тулы орден, миҙалдар тағып, тыуған ауылына ҡайтып төшкән...

Минең алда Фәйзулла ағай яҙып ҡалдырған иҫтәлектәр, һарғайып бөткән ҡағыҙҙар, документтар... Улар араһында һалдат кенәгәһе, награда ҡағыҙҙары, яраланыу тураһында белешмәләр, артиллерия берләшмәһе командующийы, гвардия генерал-майоры Куликовтың, 39-сы армия командующийы, гвардия генерал-майоры, Советтар Союзы Геройы Людниковтың һәм Баш командующийҙың приказдары бар. Был ҡағыҙҙарҙан әле булһа дары еҫе аңҡып торған кеүек... Күптәрендә – ҡыйыу һалдатҡа күрһәткән батырлыҡтары өсөн әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре. Һәр һалдат был рәхмәттәрҙең баһаһын яҡшы белә. Алыш, үлем, йәки еңеү!.. Ана шул турала яҙа Фәйзулла ағай. Хөрмәтле уҡыусыларым, бөгөн мин һеҙгә шуларҙан бер нисә өҙөк килтерәм. Уларҙа совет һуғышсыһының хис-тойғолары сағыла.

Ибраһим ҒИЗЗӘТУЛЛИН.

 

Ут-һыуҙарҙы кисеп...

“...Ә-ә, фашист, һиңә ер кәрәк булдымы, бына ер! Ят шунда, һаҙлыҡта дөмөгөп. Дәүләтгәрәев, өҫтә утты! Таныһындар ҡыҙылармеецтың кем-леген!.. Арттан килеп арҡаға бысаҡ ҡаҙаған бандиттар кеүек, аңғармаҫтан һөжүм итеп ҡотто алырға уйлағайнығыҙ ҙа бит, килеп сыҡманы. Беләбеҙ һеҙҙең ҡылыҡты. Ҡаршылыҡ күрһәтмәй, ҡасһаң ғына шәпһегеҙ, атаһығыҙ, аҡыраһығыҙ, баҡыраһығыҙ, капут, капут тиһегеҙ. Ә ҡатыраҡ торҙоңмо – үҙегеҙ капут... Бынан һуң бөттө ул һеҙгә алға китеү!”

Ары Фәйзулла ағай һуғышҡан еренең тәбиғәтен тасуирлай.

“Бында Урал тауҙары кеүек бейек тауҙар юҡ. Бәләкәй генә ҡалҡыулыҡ өсөн дә күпме алыш. Ә ҡалған ер урман да һаҙ. Ағастар ҙа беҙҙәге кеүек түгел. Күберәге аҡ шыршы ла ерек. Бындағы ҡайындар ҙа беҙҙәге кеүек түгел, сибектәр. Шулай ҙа был беҙҙең ер. Совет ере. Беҙ уның бер ҡарышын да дошманға бирергә тейеш түгелбеҙ. Хәйер, хәҙер фашисҡа ер ҡайғыһы ла юҡ. Йәйгеһен кәперәйгән фашист хәҙер бөкөрәйгән эткә әйләнде. Ул хәҙер окобынан ғына атып ултыра. Патронын да, минаһын да, снарядын да, бомбаһын да йәлләмәй. Иртәнән кискә тиклем һиптерә. Шулай ҙа беҙ уға ҡарап тормайбыҙ, арт яғын ҡайыҙлайбыҙ немецтың.

Мәскәү янында ла ҡыуалар, беҙ ҙә бында тик ятмайбыҙ. Ҡыуабыҙ, хәҙер беҙҙең сират. Даешь!.. Ура!..

Ах, суҡынған, һөжүм ваҡытында аяҡҡа пуля тейҙе. Ниндәй шәп иптәштәр тапҡайным, айырылышырға тура килә инде...”

Фәйзулла ағай 1941 йылдың 28 декабрендә яраланғандың һуңында юлдағы хитланыуҙарын, госпиталдәге тормошто яҙа ла хикәйәһен яңынан былай тип башлай:
“Далала яҡшы кешеләр күп шул. Бына бында, Кинешма ҡалаһындағы госпиталгә килгәс, Стәрлебаш районынан Хәсән Хәкимов тигән иптәш менән таныштым. Уның менән бик тиҙ дуҫлашып киттек, айырылышмаҫҡа һүҙ ҡуйыштыҡ. 1942 йылдың 17 февралендә Хәсәнде госпиталдән сығарырға булдылар. Мин дә уның менән фронтҡа китәм. Ауыр сәфәрҙә юлдашың үҙеңдән яҡшы булһын, тиҙәр, яҡшы иптәштән ҡалып булмай инде...”

“Март урталарында фронтҡа килеп еттек, Ржев ҡалаһы янында ятабыҙ. Иртәгә һөжүм башлана. Хәҙер фашисты бешеү беҙҙең сират. Моғайын беҙҙең юл уңыр. Дәүләтгәрәев дуҫымды таптым. Өсәү бергә булғас, тағы ла һәйбәт.

Бына бөгөн һөжүмгә күстек. Режовка тигән ауыл янында һуғышабыҙ. Ауылдың исеме лә, мейес мөрйәләре генә бар. Ҡалғанын фашист яндырып бөткән. Ысын-ысындан вәхши шул ул: бөтә нәмәне ҡыра, вата, емерә, яндыра. Ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, бала-саға тип тормай, бөтәһен дә үлтерә. Йыртҡыс! Быға нисек түҙеп тормаҡ кәрәк. Алға, иптәштәр, фашистан үс алырға!

Дәүләтгәрәев, Хәкимов һәм мин, “ура!” ҡысҡырып, алға ташланабыҙ. Беҙҙең арттан башҡалар ҙа... Дошман бик ҡаты тора. Ҡыш буйы “дот”ын да, “дзот”ын да төҙөп өлгөргән. Ләкин был ғына һеҙҙе һаҡлап ҡала алмаҫ Беҙҙең “һуғыш аллаһы” – артиллерия яҡшы эшләй: “дзот”тарын төбө-тамыры менән аҡтарып, күккә осора. Дошман да ут яуҙыра, әммә туҡтарға ярамай, “дзот”тарына бәреп инергә, уларҙы яуларға кәрәк.

Беҙ һаман алға барабыҙ. Һуңғы атакаға ташландыҡ. Шул саҡ Хәкимов менән Дәүләтгәрәевтың икеһен дә пуля ергә йыҡты.

– Вәлитов..., – тип ҡысҡыра Дәүләтгәрәев. Барһам, уның ҡулы бик ҡаты яраланған, ә Хәкимов үлгән. Дуҫыңдың үлемен күреүҙән дә ауыр нәмә юҡ икән был донъяла. “Хәкимов, Хәкимов!”, тип ҡарайым, өндәшмәй. Дәүләтгәрәевтың яраһын бәйләй башланым... Иптәшемде оҙаттым да, үҙем юлға йүгерҙем. Дуҫтарым өсөн дошмандан үс алырға кәрәк ине.

Һөжүм дауам итә. Иретә. Аяҡ аҫты бысраҡ. Көндөҙ һыуланаһың да, төндә туңаһың. Иң ҡәһәрле саҡ. Төндә окоптағы һалдаттар ҡаж да ҡож йүткерә. Ҡәһәр һуҡһын был йүтәлде. Алға барыу ауыр хәҙер. Дошман ҡаты тора. Туҡтауһыҙ ата. Көн йылынғандан-йылына. Тиҙҙән май байрамы ла етәсәк. Тик байрам ҡайғыһы юҡ бында. Тирә-яҡта ут. Эргәгә снарядтар, бомбалар яуа. Иптәштәр ҡырыла. Минең эргәмдә бер снаряд килеп төштө. Үҙем бер нимә лә иҫләмәйем – әллә ҡайҙа алып ырғытҡан. Ҡулым яраланған. Һуштан яҙғанмын. Аңыма килһәм, мине ике һалдат һөйрәп алып китеп бара. Тик, ниңәлер, тауыштары ишетелмәй. Һыу һораным. Сарсыуың алҡымыңа килеп етһә, ҡарҙан да тәмле нәмә юҡ икән был донъяла! Мин рәхәтләнеп ҡар ашаным. Хәл кереп ҡалған кеүек булды. Теге һалдаттар мине траншеяға төшөрөп һалдылар ҙа, үҙҙәре кире киттеләр.

Бер аҙ ятҡас, санитарҙар мине санбатҡа илтеп ташланы.

Санбатта энә төртөрлөк тә урын юҡ. Яралылар шул тиклем күп. Бер көндө генә шул тиклем яраланғас, фашистар бик күп кешене әрәм итә икән. Их, үҙҙәрен нисек итеп тиҙерәк тонсоҡторорға?!.”

Иҫтәлектең бер-нисә бите юлда күргән ғазаптарҙы, Высокий районындағы ялан госпиталендәге дауаланыуҙарҙы һүрәтләүгә бағышланған. Һәр крәҫтиән кеүек Фәйзулла ағай ҙа госпиталдә ятҡанда ауылды, колхоз баҫыуҙарын һағына. Күңеленән генә Әсмә апайға кәңәштәр бирә. 115-се запасной полкка сыҡҡас, бер ҡул менән траншея ҡаҙып, шул һау ҡулына һеңер төйнәлеүен, шунан һуң егерме кеше йыйылып, үҙҙәре теләп фронтҡа китеүҙәрен, унда санитар булып эшләүен тасуир итә.

“Бына ҡайҙа ул йәһәннәм. Ике яҡтан да атыуға ер һелкенә. Ер күк менән тоташҡан. Төтөн, туҙан, балсыҡ, бөтәһе лә бергә буталған. Был ғәрәсәт эсендә бер минутта аҡылдан яҙырға мөмкин. Фашист еңергә итә.

Шулай ҙа беҙ бирешмәйбеҙ. Ҡаршы һөжүмгә күстек. Яралылар иҫ киткес күп. Йыйып бөтөрөрлөк түгел. Бына бишәүҙе сығарҙыҡ. Тағы ла күпме булыр. Яралыларҙы эҙләп һаман алғараҡ китәбеҙ. Дошман һалдаттары ла осрай. Бына береһе нисек күҙен мөлдөрәтеп ҡарай. Атыр тип ҡурҡа ахыры. Юҡ мин йығылғанды түбәләргә фашист түгел. Ах үҙемә лә тейҙе. Аяҡтан ҡан саптыра”.

“Бөгөн 1942 йылдың 15 сентябре. Бер йылда өс яра, бер контузия.

Был һуғышта беҙҙең санвзвод ҡырылып бөткән. Минең тыуған яҡтарға ла похоронный ебәргәндәр, күрәһең минең үлеүемә лә ышанғандарҙыр инде. Әсмәкәйем илағандыр инде! Юҡ, илама, врач Камалов әйтмешләй, мин үлә торғандарҙан түгел. Еңеү көнөн күргәнсе йәшәйем әле мин. Минең еңеү көнөн шул тиклем күргем килә. Даешь еңеү!..”


Госпиталь артынан госпиталь... Сталинградта ҡот осҡос һуғыштар барғанда ошолайтып госпиталдә ят инде!?. Просто оят, но нишләйһең, яралар ныҡ. Өҫтәүенә, һалҡын тейгән. Йүтәлләтә. Шулай ҙа тиҙерәк сығыу сараһын күрергә кәрәк. Бындай саҡта мин дә, башҡалар ҙа дауаланып ятһа, фашисты кем туҡмар!?. Тиҙерәк фронтҡа!..”

“Хәҙер минең яңы эш, яңы таныштар. Был юлы 542-се минометсылар полкына эләктем. Элемтәгә тәғәйенләнеләр. Булдыра алырмынмы был эште?! Бик ҡатмарлы тиҙәр... Линия төҙәтергә сыҡҡаныңды дошман снайперы күҙәтеп кенә ултыра ла, абайламайыраҡ йөрөнөңме, сүкей ҙә ҡуя тиҙәр. Күпмегә түҙермен, был часть менән ҡайҙа барып етермен, хәҙер билдәле түгел.

Курск янында ҡыйратылғандан һуң, фашист беҙҙең атакаға ҡаршы тора алмай. Күпме генә талашып ҡараһа ла, ҡыуабыҙ тегене. Бына бөгөн 1943 йылдың 25 сентябре. Рославль ҡалаһын азат иттек. Ошо һуғышта ҡатнашҡан өсөн миңә иптәш Сталиндың рәхмәтен белдерҙеләр, награда бирҙеләр. Рославль һәм Витебск өсөн барған һуғыштарҙа байтаҡ иптәштәр һәләк булды. Бынан һуң беҙҙе тылға сығарҙылар. Өйгә ҡайтҡан кеүек булдыҡ. Мунса инеп, йыуынып, ҡырынып, таҙарынып, яңы кейем кейеп ебәргәс, йәшәреп киткәндәй тойҙоҡ үҙебеҙҙе. Өҫтәмәгә бик күп кеше бирҙеләр. Араларында беҙҙең кеүек ҡат-ҡат “ямалғандары ла”, әле генә парта артынан сыҡҡандары ла бар. Йәштәр фронт хәлдәрен һорашып йөҙәтеп бөтөрәләр, яуап биреп кенә өлгөр. Береһе мунса кергәндә минең яраларҙы күреп ҡалды ла:

– Иләк булып бөткәнһең бит, нисек үлмәнең, ағай? – тип һорай.

– Үҙемә тейешле үлемде өйгә ҡалдырып киттем, – тим. – Бына фронтҡа барғас күрерһең әле, тағы ла ун тапҡыр яраланырмын, шулай ҙа бирешмәм, – тим.

Фронтҡа кире барғас, ысынлап та, шулай булды. Беҙҙе бер иң ауыр участкаға ебәрҙеләр.

– Был фашистарҙың нығытмаһы. Уны һеҙ, гвардеецтар ғына, туҙҙыра алаһығыҙ, – тинеләр. Беҙ был нығытмаға ҡарап шундай көслө ут астыҡ, дошман яғында имен ер ҡалманы. Фашистар, өҫтөндә бер сәғәт самаһы “шайтан туйы” уйнатҡас, беҙҙекеләр алға китте. Ошо һуғышта байтаҡ кеше ҡырылды, минең дә башҡа пуля тейҙе, ләкин яра артыҡ етди түгел ине.

Беҙ ошо ҡуҙғалыуҙан туҡтаманыҡ. Латвия еренә бәреп индек. 1944 йылдың 24 июлендә Даугавпилс һәм Резекне ҡалаларын азат иттек. Тағы ла рәхмәт әйттеләр, миҙал бирҙеләр.

Бөгөн 15 сентябрь. Уҙған йыл мин ошо көндө яраланғайным, бөгөн үҙем ағас башынан бер снайперҙы атып төшөрҙөм. Фашист ағасҡа менеп алған да, баш ҡалҡытырға ла ирек бирмәй. Бер иптәште үлтерҙе, өсәүҙе яраланы. Туҡта, мин әйтәм, был кәкүкте үҙем һағалап ҡарайым, тим. Командирҙан рөхсәт алдым, да, төндә окоп ҡаҙып урынлаштым. Мылтыҡты дошман яғына ҡаратып ҡуйҙым да, икенсе һалдатҡа каскаһын таяҡ менән күтәрергә ҡуштым. Уның күтәрелеүе булды, ҡаршылағы ҡарағай башында ут күренде. Әһә, мин әйтәм, бында икәнһең, туҡта, мин һинең үҙеңде... – тип атып та төшөрҙөм. Кәбәк тултырған тоҡ кеүек тәгәрләп китеп төштө. Быны күргәс, командир:

– Бәй, Вәлитов, һин снайпер ҙа икәнһең, – ти. Ул миңә рәхмәт белдерҙе. Мин:

– Советтар союзына хеҙмәт итәм! – тип яуап бирҙем...”

“Октябрҙә Рига янына килеп еттек. Бөгөн мин саҡ үлмәй ҡалдым. Линия төҙәтергә барғанда. Дошман минең бер үҙемә утыҙлап снаряд атты. Мин йүгерәм – улар ата, мин сабам – улар ҡыуа. Ятһам туҡтайҙар, торһам аталар. Снаряд ярсығы котелогымды алып китте. Карабинымдың ложаһын ярҙы. Ҡулымдың һыртын яраланы. Шулай ҙа мин тере ҡалдым, өҙөктө ялғаным. Эште бөтөүем булды, дошман өҫтөнә ут яуа башланы. Тик шунда ғына дошмандың ниңә мине эҙәрләгәнен аңланым. Бөтә мәсьәләне ошо бер телефон линияһы хәл итте бит.

Ошонан һуң беҙҙекеләр ҡуҙғалып китте. Ҡыҫымға дошман түҙә алманы. Шул көндө үк, 1944 йылдың 13 октябрен-дә, Латвияның баш ҡалаһы Риганы азат иттек. Фашистың йыртҡыслығынан йөҙәгән латыштар беҙҙе бик йылы ҡаршыланылар...”

“Курляндия ерендәге тағы бер ваҡиғаны яҙайым әле. Диңгеҙгә етәрәк гитлерсылар ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе оторо арттырҙылар. Үлемдәрен һиҙәләр, күрәһең, теш-тырнаҡтары менән ҡаршы торалар. Мин Мурзыкас тигән ауыл янында линия һуҙам. Юл тар. Ике яҡтан да – батҡаҡ. Юл өҫтөндә аталар. Халыҡ тығылған. Алға үтер әмәл юҡ. Мин ҡарап торманым, тоттом да батҡаҡҡа һикерҙем. Муйындан батҡаҡ эсендә бата-сума телефон сыбығы тартып барам. Бара торғас, батҡаҡҡа буялған көйөнсә, дошман траншеяһына барғаным да сыҡҡанмын. Траншеяла ултырған ике фашист ҡурҡыштарынан тайыу яғын ҡараны. Мин ҡайыштағы ике гранатаны улар яғына тондорҙом. Тиҙ генә телефонды ҡорҙом да үҙебеҙҙекеләргә:

– Ашығыс килеп етегеҙ, юҡһа эш хөрт, – тип киҫәттем. Дивизион командиры разведчиктарҙы эйәртеп килеп етте. Улар мине күргәс:

– Вәлитов, нишләнең, шайтан һымаҡ булғанһың. Һинән немец түгел, беҙ ҙә ҡурҡтыҡ – тиҙәр.”

Капитан, бысраҡ булһа ла, ҡулымды ҡыҫты, шинелемде һалырға ҡушты. Ләкин шул саҡ дошман һөжүм башланы. Беҙҙе, егерме кешене, “Русь”, сдавайсь!” тип ҡысҡыра башланылар. Ҡырҡ беренсе йылғы кеүек аяғүрә атакаға киләләр. Был “смертниктар” тип аталған гитлерсы йәштәр булып сыҡты. Беҙ уларҙы яҡын уҡ ебәрҙек тә, йөҙ метр самаһы ҡалғас, капитан:

– Батальон, огонь! – тип ҡысҡырҙы. Ата башланыҡ. Егерме кешелек “батальон” әллә нисә йөҙ фашисҡа ҡаршы торҙо. Огневиктар ҙа беҙгә ярҙамға килде. Әллә ҡайҙан пулемет табып өлгөргән разведчик Петренко ла уларҙы ҡырып һалды. Тик үҙе һәләк булды. Беҙ был һуғышта өлкән лейтенант Гадон менән тағы бер нисә иптәште юғалттыҡ. Элемтә начальнигы ла яраланды.

Бына элемтә өҙөлдө. Ҡурҡыныс хәл килеп тыуҙы. Капитан мине яңынан линия төҙәтергә ебәрҙе. Мин әлеге батҡаҡҡа яңынан сумдым. Бысраҡта телефон сыбығы өҙөлмәгән булып сыҡты. Буйлап килә торғас, сымды танкылар өҙөп киткән ергә тап булдым. Ялғаным... Бына дошман өҫтөнә яңынан ут яуа башланы. Шул көндө полковник мине үҙ янына саҡыртып алды:

– Вәлитовты хәҙер үк мунса индерегеҙ. Йыуындырып кейендерегеҙ ҙә ял йортона алып китегеҙ, ул бөгөн быны заслужил – тине.

Мине легковойға ултырттылар ҙа алып киттеләр. Шулай итеп, мин уйламағанда ял йортона эләктем. Дүрт йыл тамуҡта йөрөгәндән һуң ожмахҡа кергән кеүек булды был. Шул тиклем байлыҡ. Иҫ китмәле. Баҡһаң, был королдәр ял итә торған урын булған икән дә.

Яуыз Гитлер, һин мине, Әсмәмде ҡол итеп, ошолай бал-май эсендә йөҙөп йөрөмәксе булғайның да бит, уйың барып сыҡманы. Бына мин һинең этлегең арҡаһында тыуған еремдән, һөйгән йәремдән айырылып, мең ғазаптар менән Ржев, Витебск, Рославль, Орша, Резекне, Огре, Мадонно, Двинск, Рига ҡалалары аша үтеп, Курляндиялағы королдәр, кенәздәр курортына килеп, барондар һымаҡ ял итеп ятам. Быға минең тулы хоҡуғым бар. Сөнки һин беҙҙе ҡуҙғаттың. Һин беҙҙе ярһыттың. Ошо ярһыу менән беҙ бында килдек. Ошо ярһыу менән Берлиныңа барып, үҙеңде Рейхстаг бағанаһына аҫып ҡуйырбыҙ!”

Артабан Вәлитов ағай дошманды диңгеҙгә ҡыҫырыҡлауҙары тураһында яҙа, шунан Еңеү көнө шатлыҡтарын тасуирлай.

Япон милитаристарын нисек туҡмауҙары тураһында ла яҙмалар бар.

“Бер ваҡыт, беҙ ҡайтырға тип йыйынып йөрөгәндә, беҙгә политуправление начальнигы килеп сыҡты. Көнсығышҡа китеү тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Беҙ шымып ҡалдыҡ. Ул:

– Бына һуғыш бөттө, ләкин дошман бөтмәгән әле, көнсығышта япон бар, – тине. Ул оҙаҡ итеп һөйләне. Бының кәрәклеген аңлатты. Шунан беҙ көс тупланыҡ та туғандаш Монголия еренә кереп киттек. Һыуһыҙ далалар аша Ҡытай сигенә килеп туҡтаныҡ.

Беҙ әҙерләнеп бөтөү менән ҡуҙғалдыҡ. Самолеттар күккә, танкылар ергә һыймай. Ә туптарҙың минометтарҙың иҫәбе-һаны ла юҡ. Бындай көскә ниндәй дошман ҡаршы тора алһын! Әлбиттә тора алмаҫ! Беҙ, дошман оборонаһын ватып-емереп, Оло Хинган тауҙары аша Ҡытай еренә инеп киттек һәм бер-нисә көндә Порт-Артурға килеп индек. Шулай итеп, көнбайышта башланған һуғышты көнсығышта тамамланыҡ. Бында ла еңеү байрағын ҡаҙаныҡ.

Әгәр берәйһе яңынан ҡул күтәрһә, уны ла туҡмарбыҙ. Дошмандар быны онотмаһындар...”

Үткәнгә уҡ атыусыға – киләсәк туптан атыр, тиҙәр. Киләсәк туп атып тормаһын өсөн, һеҙ, беҙгә ҡул күтәрергә теләүсе дошмандар, ауыр һуғыш йылы үткән совет һалдаты Вәлитов Фәйзулланың киҫәтеүҙәрен онотмағыҙ!
#9мая #деньпобеды #80летиеВеликойПобеды

Араларҙы яҡынайта, быуындарҙы тоташтыра фронт хаттары...
Араларҙы яҡынайта, быуындарҙы тоташтыра фронт хаттары...
Араларҙы яҡынайта, быуындарҙы тоташтыра фронт хаттары...
Араларҙы яҡынайта, быуындарҙы тоташтыра фронт хаттары...
Автор:
Читайте нас