Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Май 2025, 04:00

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре ветерандарҙы ҡотланы

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотланы. Махсус хәрби операция зонаһынан фронтовиктарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә сәләмләү һүҙҙәре менән Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙәре мөрәжәғәт итә.

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре ветерандарҙы ҡотланы«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре ветерандарҙы ҡотланы
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре ветерандарҙы ҡотланы

"Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ! „Башҡортостан“ 31-се полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны исеменән һеҙҙе ошо бөйөк, мөһим байрам менән ҡотларға теләйбеҙ. Һеҙгә мөхәббәт, ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Батырлығығыҙ өсөн баш эйәбеҙ. Еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ!-тип танкистарҙың һүҙҙәрен еткерә "Башҡортостан Республикаһының Ватан яугирҙары ғаиләләре Комитеты" telegram-каналы.
Бынан алда «Башинформ» башҡорт танкистарының алғы һыҙыҡтағы хеҙмәте хаҡында һөйләне. Өҫтәп үтәйек, башҡортостанда оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәрҙең барыһына ла бер юлы 2 миллион һумдан, айлыҡ эш хаҡы 210 мең һумдан түләнергә тейеш. Уларҙан тыш, республикала 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. 2024 йылда уларҙы тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 13,5 миллиард һум йүнәлтелгән.

сығанаҡ: Башинформ

 

#победа80 #газетаашкадар #новостибашкортостан
#стерлитамак #контрактник

Автор:
Читайте нас