Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Май 2025, 11:28

Өфөлә Белоруссия консуллығы асыла

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Өфөлә Белоруссияның генераль консуллығын ойоштороуҙы хупланы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Өфөлә Белоруссия консуллығы асылаӨфөлә Белоруссия консуллығы асыла
Өфөлә Белоруссия консуллығы асыла

Консуллыҡ округына Башҡортостан, Ҡалмыҡстан, Удмуртия, Әстерхан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләре инә.

Михаил Мишустин ҡул ҡуйған бойороҡта Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенә «Өфөлә Белоруссияның генераль консуллығы өсөн ҡуртым йәки һатып алыу шарттарында хеҙмәт һәм торлаҡ биналарын бүлергә, кәрәк булған осраҡта уларҙы Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы төҙөү өсөн ер участкаларын бирергә, шулай уҡ башҡа ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә» тәҡдим ителде.

Хөкүмәт рәйесе Рәсәйҙең сит ил эштәре министрлығына Белоруссия яғы менән тейешле килешеү төҙөргә ҡушты.

Әлеге көндә Өфөлә Белоруссияның Рәсәйҙәге илселегенең бүлексәһе эшләй. Уның яуаплылыҡ зонаһында шул уҡ төбәктәр: Башҡортостан, Ырымбур, Һамар, Әстерхан өлкәләре, Удмуртия һәм Ҡалмыҡстан.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас