Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Май 2025, 07:05

Генерал Шайморатов ордендары тапшырылды

Радий Хәбиров Бәләбәй районынан МХО-ла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Генерал Шайморатов ордендары тапшырылдыГенерал Шайморатов ордендары тапшырылды
Генерал Шайморатов ордендары тапшырылды

14 майҙа Бәләбәйҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО-ла һәләк булғандарҙың – Иван Рычагов, Ринат Сәфәрғәлиев, Павел Селиверстов, Андрей Сулмаков, Сергей Телегин, Сергей Чернятьев һәм Александр Шульганың ғаиләләре менән осрашты.

Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренең һәм тормош иптәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға Генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Яугирҙәр хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн үлгәндән һуң ошо орден менән бүләкләнде.

– Һеҙ ысын ир-егеттәр, патриоттар, Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгәнһегеҙ. Яҡташтарыбыҙ тыуған илебеҙ өсөн үҙ ғүмерҙәрен бирҙе, бурыстарын аҙағынаса үтәне. Улар барыһы ла – геройҙар. Улар хаҡында хәтерҙе һаҡларға, ғаиләләренә даими хәстәрлек күрһәтергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы төбәктә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының киң комплексы ғәмәлдә булыуын, ә район хакимиәтендә һәр ваҡыт тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер булыуҙарын билдәләне.

Генерал Шайморатов ордендары тапшырылды
Генерал Шайморатов ордендары тапшырылды
Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас