Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Май 2025, 08:20

КҮҘҘӘРГӘ НУР ӨЛӘШКӘН ӨСӨН

Бөйөк Еңеү көнө алдынан республикабыҙҙа төрлө тармаҡтарҙа тырышып хеҙмәт иткән бер төркөм алдынғылар юғары наградаларға лайыҡ булды. Уларға Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

КҮҘҘӘРГӘ НУР ӨЛӘШКӘН ӨСӨНКҮҘҘӘРГӘ НУР ӨЛӘШКӘН ӨСӨН
КҮҘҘӘРГӘ НУР ӨЛӘШКӘН ӨСӨН

Бөйөк Еңеү көнө алдынан республикабыҙҙа төрлө тармаҡтарҙа тырышып хеҙмәт иткән бер төркөм алдынғылар юғары наградаларға лайыҡ булды. Уларға Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Ул көндө республиканан 65 кешенең һөнәри ҡаҙаныштары маҡтаулы исемдәр, ордендар, миҙалдар, маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Улар араһында ҡалабыҙҙа эшләп килгән “ДуплексМед” күҙҙәрҙе даулау үҙәгенең баш табибы Гөлсәсәк Абыҙгилдина ла бар. Гөлсәсәк  Шамил ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исем тапшырылды!

 “ДуплексМед” үҙәге ҡалабыҙҙа тиҫтә йылдар эшләп килә. Шул уҡ ваҡытта меңәрләгән кешенең күҙен дауалап өлгөргән был үҙәк бөтә республикаға билдәле. Яуаплы, үҙ эшенең оҫтаһы булған күҙ табиптары кешеләргә Рәсәй кимәлендә үҙенсәлекле булып торған заманса ҡорамалдар ысын мәғәнәлә нур өлөшкәндәй, сөнки бында килгән пациенттар дауанан һуң күреү һәләте яҡшырып, күҙ ауырыуҙарынан ҡотолоп, яҡты йөҙ менән ҡайтып китә. Ошо күҙҙәр өлкәһендә төрлө йүнәлештәге дауаның башында тора ла инде Гөлсәсәк Шамил ҡыҙы!

Әйткәндәй, бындай маҡтаулы исем шәхси медицина өлкәһендә тәүгегә тапшырылды. Осраҡлы түгел, әлбиттә. Гөлсәсәк Абыҙгилдина үҙәк сиктәрендә дауалап ҡына ҡалмай, ә төрлө яңы алымдар, ысулдар аша тотош республика кимәлендә күҙ сирҙәрен дауалауҙа яңылыҡтар индерә, был өлкәне яҡшыртыуҙа әүҙем ҡатнаша. Улай ғына ла түгел, ул ҡалала бағыусылыҡ аша, конкурстарҙа ҡатнашып, шулай уҡ мәҙәни өлкәне лә үҫтерә, милли матбуғатты үҫтереүҙә ҙур өлөш индерә.

– Хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн рәхмәтлемен, дөрөҫөн әйткәндә, мин быны көтмәгәйнем, бары тик хеҙмәтем менән медицина үҫешенә өлөш индерәм. Республика етәксеһенең бындай аҙым аша медицинаға ла, шәхси эшҡыуарлыҡҡа ла ҙур иғтибар биргәне ярылып ята.

Тормошта маҡсат биргәненә атайым – билдәле уролог Таһиров Шамил Һибәт улына, дөрөҫ тәрбиә биргәне өсөн әсәйем – балалар табибы Ирада Хәмиҙулла ҡыҙына, һәр яҡлап ярҙам иткәндәре өсөн тормош иптәшемә, балаларыма рәхмәт. Артабан да пациенттарымдың һаулығы һағында торорға һәм һауығыуға өмөт вәғәҙә итәм. Һеҙҙең ярҙамығыҙ һәм таныуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тип төҫьораттары менән уртаҡлашты тантанан һуң Гөлсәсәк Шамил ҡыҙы.

Гөлсәсәк Шамил ҡыҙын ошондай юғары исемгә лайыҡ булыуы уңайынан ихлас тәбрикләйбеҙ. Еңел булмаған эшендә яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.

Ә.МАНСУРОВА.

Фото Г.Абыҙгилдинаның шәхси архивынан алынды.

КҮҘҘӘРГӘ НУР ӨЛӘШКӘН ӨСӨН
КҮҘҘӘРГӘ НУР ӨЛӘШКӘН ӨСӨН
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас