Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Май 2025, 10:58

Өфөнән Эрнест Шәрәфетдинов карате буйынса Европа чемпионы исеменә лайыҡ булды

Өфө спортсыһы Эрнест Шәрәфетдинов 75 килограмм ауырлыҡ категорияһында карате буйынса Европа чемпионы исемен яуланы. Яҡташыбыҙҙың еңеүе тураһында баш ҡаланың Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов хәбәр итте.

Өфөнән Эрнест Шәрәфетдинов карате буйынса Европа чемпионы исеменә лайыҡ булдыӨфөнән Эрнест Шәрәфетдинов карате буйынса Европа чемпионы исеменә лайыҡ булды
Өфөнән Эрнест Шәрәфетдинов карате буйынса Европа чемпионы исеменә лайыҡ булды

Быйыл апрелдә Эрнест Шәрәфетдинов Ереванда Европа чемпионатына заявкаға инде. Турнирҙа ул үҙен бик яҡшы күрһәтте һәм алтын миҙал яуланы.

 
 
Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәновтың телеграм-каналы
 
Фото:Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәновтың телеграм-каналы

«Эрнест — Өфөнөң Калинин районы 12-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, Рәсәй каратисы. Ул бер нисә тапҡыр донъя чемпионаты призеры, Европа һәм Рәсәй чемпионы, шулай уҡ Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Уның Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры статусы юғары әҙерлек кимәле һәм үҙ эшенә тоғролоғо хаҡында һөйләй», — тип яҙа Ғәзизйән Әхмәтйәнов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Автор:
Читайте нас