

29-сы мәктәп ашнаҡсылары командаһы “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы финалында “Ҡала мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы”номинацияһында еңеү яуланы. Был хаҡта Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов хәбәр итте.
Еңеүселәрҙе “Мәктәп туҡланыуы 3.0” тематик өҫтәле, “Ата-әсәләрҙең өс мәсьәләһе” блиц-турниры, “Хәүефһеҙ аҙыҡ блогы” квест-практикаһы, “Дөйөм белем биреү ойошмаһында мәктәп туҡланыуын үҫтереү стратегияһы”презентацияһы буйынса баһалағандар.
29-сы мәктәп ашханаһында эшләгән “Социаль туҡланыу үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең шеф-ашнаҡсыһы Нәсирова Әйсән Әлфрид ҡыҙы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм юғары һөнәри оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Көҙөн ҡалабыҙҙың 29-сы мәктәп командаһы Мәскәүҙә конкурстың Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашасаҡ.
- Балаларҙың туҡланыу сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән уңыштар һәм яңы идеялар теләйем! Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ - барлыҡ учреждениеларҙа ла мәктәп туҡланыуы тәмле һәм файҙалы булырға тейеш! – тине ҡала мэры Эмиль Владиславович.