Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Май 2025, 10:47

Дүрт мәктәпте капиталь ремонтлау тамамланып килә

..Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов белдереүенсә, әлеге ваҡытта мәктәптәрҙең әҙерлеге 95 процент тәшкил итә...

Дүрт мәктәпте капиталь ремонтлау тамамланып киләДүрт мәктәпте капиталь ремонтлау тамамланып килә
Дүрт мәктәпте капиталь ремонтлау тамамланып килә

Стәрлетамаҡта федераль программа буйынса мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау дауам итә. Бөгөнгө көндә эштәр 1-се лицейҙа һәм 17-се, 16-сы һәм 2-се мәктәптәрҙә башҡарыла.

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов белдереүенсә, әлеге ваҡытта мәктәптәрҙең әҙерлеге 95 процент тәшкил итә. Биналар эсендә штукатур-буяу эштәре ҡалған.

“1-се лицейҙа, 17-се һәм 2-се мәктәптәрҙә инженер коммуникацияларын, көсһөҙ токлы системаларҙы ремонтлау, 16-сы мәктәптә вентиляция системаһын ремонтлау тамамланып килә. Шулай уҡ, 17-се мәктәптә инеү төркөмдәрен ремонтлау буйынса эштәрҙе тамамларға, бөгөн линолеум һәм иҙән плиткаһы һалыу буйынса эшләнгән иҫкәрмәләрҙе тамамларға кәрәк. Мебель һәм ҡорамалдар һатып алынған да инде", - тине был хаҡта Эмиль Владиславович.

Сығанаҡ.

Дүрт мәктәпте капиталь ремонтлау тамамланып килә
Дүрт мәктәпте капиталь ремонтлау тамамланып килә
Дүрт мәктәпте капиталь ремонтлау тамамланып килә
Дүрт мәктәпте капиталь ремонтлау тамамланып килә
Дүрт мәктәпте капиталь ремонтлау тамамланып килә
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас