

Был сығарылыш кластар уҡыусылары алдында “Уҡырға ҡайҙа барырға?” тигән һорау тормай. Сөнки улар белем алған Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбе бер йүнәлештә генә уҡытмай. Ул эшмәкәрлеген полилингваль йүнәлештә алып бара – башҡорт, рус телдәренән тыш, уҡыусылар француз, инглиз, ҡытай һәм башҡа телдәрҙе, профиль фәндәрҙе өйрәнә.
Мәктәп 2020 йылдан республикалағы иң ҙур мәктәптәр иҫәбенә инә һәм полилингваль күп профилле мәктәп статусын йөрөтә башлай. Бөгөнгө көндә унда 2607 уҡыусы белем ала.
Был формат уҡыусыларҙың белемен киңерәк асырға, уларҙы конкурентлыҡҡа һәләтле итеүгә мөмкинлек бирә. Мәктәптә уҡытыу башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә алып барыла. Инглизсәне балалар – 1-се, ә икенсе сит телде – немец телен – 6-сы кластан өйрәнә башлай. Бында, шулай уҡ, милли телдәргә лә иғтибар ҙур. 2-се кластан 9ға тиклем башҡорт теле туған һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнелә, бөтә параллель кластарҙа ла татар телен өйрәнеүселәрҙән төркөмдәр тупланған. Мәктәптә күләмле уҡыу эшмәкәрлеген алып барырлыҡ бөтә уңайлыҡтар, заманса мөмкинлектәр булдырылған – бында иркен, яҡты һәм матур.
Мәҫәлән, әлеге мәктәптә белем алыусы Доваҡулов Альфред бала саҡтан уҡ видео төшөрөү, монтажлау, таратыу менән шөғөлләнә, ул бихисап проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ирешә. Бөгөнгө көндә үҫмер үҙенең иң яҡшы командаһын туплаған. Альфредтың иңендә күп кенә дәүләт ведомстволары, структуралары менән хеҙмәттәшлеге ята.
Ул видеография өлкәһендә бик күп наградаларға ла эйә, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында йыл һайын кино һәм телевидение сменаларында ҡатнаша. 2024 йылдың апрелендә, мәҫәлән, Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы ярҙамында уҙғарылған “Тыуған яғымдың урындағы үҙидара тарихы” конкурсы еңеүсеһе, тип танылған.
Шулай уҡ, ул дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһендә Халыҡ-ара, Төбәк һәм Федераль программаларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырғаны өсөн Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. БРҙа йәштәр парламентаризмын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы йәштәр йәмәғәт палатаһынан, РФның дөйөм Рәсәй дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе хеҙмәткәрҙәре профсоюзының, БР ойошмаһынан хеҙмәтсән йәштәр араһында “Эшсе - 2024” республика һөнәри оҫталыҡ конкурсының ҡала этабы финалын ойошторғаны өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
“Альфредҡа мәктәптә нимәләр үҙгәртергә теләр инең, бында нимәләр етмәй?”, тигән һорауға.
– Беҙҙең мәктәптә төплө белем алыр, артабан үҫешер өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Уҡытыусылар юғары белемле, улар тормошта үҙ урыныңды табыр өсөн һәйбәт белем бирәләр, – тине.
Ә “Мәктәптә уҡытҡан профиль йүнәлеш һиңә нисек һөнәр һайларға ярҙам итте?” тигәс, 10А класы уҡыусыһы Яҡупова София былай тип яуапланы:
– 9 класта дәүләт имтиханын тапшырыр өсөн мин йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса әҙерләнә башланым. Әммә, уны бик яратып бөтмәй инем. Ә бына 10 класҡа күскәс, мин фәнгә ғашиҡ булдым. Тап шул саҡта хоҡуҡ йүнәлеше буйынса барырға, Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итергә, тормошомдо йәмғиәтте өйрәнеү менән тулыһынса бәйләргә ҡарар иттем, – тип яуап бирҙе етди итеп.
София Бөтә Рәсәй “Шедевры из Чернильницы - 2022” әҙәби-нәфис конкурсының I дәрәжә Дипломын яулаусы. “1941 ЗАПОЛЯРЬЕ” Бөтә Рәсәй тарихи квесы буйынса III урын, “Жар-Птица России” Халыҡ-ара фестиваль-конкурсының I һәм III дәрәжә лауреаты, “Рыцари Золотого Пера-2022” йәш шағирҙар, прозаик һәм журналистарҙың 15-се асыҡ конкурсы еңеүсеһе, ГТОның Алтын билдәһе эйәһе, һ.б. Өҫтәүенә, София 2019, 2020, 2022, 2023 һәм 2024 йылдарҙа "Тере классика" конкурсында ҡала этабы еңеүсеһе лә.
“Мәктәп һине нимәгә өйрәтте?” тигән һорауыма:
– Белем алыуҙан тыш, тәү сиратта, социалләшергә, дуҫлашырға, яратырға, – тине ул һүҙе аҙағында.
Снежиль Константин, 11Б класы уҡыусыһы. Технологик профиль, башҡаса әйткәндә, физика-математика йүнәлеше буйынса белем ала. Һәйбәт уҡый, мәктәпте “көмөш” миҙалға тамамлай, Һуңғы ҡыңғырауҙа алып барыусы була.
– Константин маҡсатҡа ынтылыусан, әүҙем егет. Уға һәр эште ышанып тапшырырға мөмкин һәм ул уны, һис шикһеҙ, еренә еткереп башҡарасаҡ. Ҡала, муниципаль, мәктәп конкурстарында, практик конференцияларҙа ҡатнашып, урындар яулай, – тине егет тураһында уларҙың класс етәксеһе Курганова Ирина Александровна.
– Физика-математика профиле тормошомдо киләсәктә авиация, бәлки хәрби өлкә менән дә бәйләргә ярҙам итер тип уйлайым, сөнки бөгөнгө көндә был бик көнүҙәк. Аныҡ фәндәрҙе үҙ итәм, улар, мәҫәлән, тиҙлекте, саҡрымдарҙы ентекле аңларға һәм белергә ярҙам итә, – тип фекерен белдерҙе Константин мәктәптәге белем биреү буйынса.
Ә 11А класы уҡыусыһы Новикова Влада сәнғәт, әҙәбиәт буйынса мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаларының төбәк этаптары еңеүсеһе һәм призеры, география, рус теле буйынса мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабы, төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли лингвистик конференциялар призеры. Муниципаль, республика, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара вокал конкурстары лауреаты. “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсының ике тапҡыр ярымфиналсыһы. Стәрлетамаҡ рус драма театры ирекмәне. Активист, яҡшы уҡығаны өсөн “алтын” миҙалға дәғүәсе. Дүрт йыл рәттән мәктәп президенты була.
– Мин журналистика йүнәлеше буйынса уҡырға инергә планлаштырам. Мәктәптәге әҙәбиәтте һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре, әлбиттә, миңә артабан һөнәр һайларға ярҙам итте лә инде, – тине Влада.
11Б класында белем алыусы Хальзова Мария Рус теле буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының муниципаль этабы, төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференциялар, һүрәттәр һәм ижади эштәр конкурсы призеры, уның картиналары ике тапҡыр шәхси күргәҙмәлә күрһәтелә. Бихисап ҡала бейеү конкурстарында ҡатнаша. Ҡала һәм республика кимәлендәге сараларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам иткәне өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
– Мин бала саҡтан уҡ аныҡ фәндәрҙе яратам һәм технологик профиль йүнәлешендә алған белемем, киләсәктә тормошомдо ошо профиль менән бәйләргә ярҙам итәсәк. Бында беҙ беҙ физика, информатика һәм математиканы тәрән өйрәнәбеҙ. Мәктәп миңә яҡын, ысын дуҫтар табырға ярҙам итте, улар һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Шулай уҡ, класс етәксебеҙ Хөснөтдинова Эльвира марис ҡыҙына ла рәхмәтлебеҙ, ул беҙҙең терәк-таянысыбыҙ, һәр яҡлап хуплай. Төрлө яҡҡа таралышһаҡ та, уның менән аралашыуыбыҙҙы дауам итәсәкбеҙ. Мәктәп шәхсән миңә алдағы тормошомда юғары уҡыу йорттарында белем алырға, эшкә урынлашырға ныҡлы һәм ышаныслы нигеҙ һалды. Мәктәп ул – кеше ғүмерендә иң мөһим осорҙарының береһе, – тип тамамланы һүҙен.
Ермилов Никита, 23-сө мәктәптең 11-се класын тамамлай. Шулай уҡ, бөтә фәндәр буйынса уҡыу алдынғыһы һәм алтын миҙалсы. Күп кенә мәктәп конкурстарында ҡатнашып, еңеү яулай ул. Спорттың күп төрҙәре буйынса спортсы, еңел атлетсы һәм Еңеү көнөнә арналған йыл һайын үткәрелгән фестивалдә өс тапҡыр призер. КВН лигаһының юниор ярымфиналсыһы ла.
Ғәҙелшина Диана, 9Р класы уҡыусыһы, маҡтаулы сержант исемен йөрөтә һәм взвод менән командалыҡ итә. Ул “Зарница” ярыштарында әүҙем ҡатнаша, унда бер нисә тапҡыр бөтә шәхси призлы урындарҙы яулай. Үҙенең уңыштары өсөн Диана 2-се һәм 3-сө дәрәжә парадтар өсөн миҙалдар, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында хоҡуҡ тәртибе ғәскәрҙәре ветерандарының Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Төбәк бүлексәһенән “Ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Бынан тыш, уға Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан миҙал тапшырыла.
Өҫтәүенә, Диана BRITISH BULLDOG олимпиадаһының даими ҡатнашыусыһы һәм призеры, юғары физик әҙерлекте раҫлаусы Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер (ГТО) алтын билдәләренә эйә. Ул лидерлыҡ сифаттарын һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтеп, даими рәүештә йыл һайын уҙғарылыусы Еңеү парадында, Еңеү хөрмәтенә еңел атлетика эстафетаһында һәм республика балында ҡатнаша.
Уның ҡаҙаныштары һәм ныҡышмалылығы синыфташтары өсөн өлгө булып тора һәм яңынан-яңы үрҙәр яуларға илһам бирә.
Артем Балянов маҡсатҡа ынтылыусан һәм төрлө яҡлап үҫешкән үҫмер өлгөһө булып тора. Уның хәрби-патриотик эшмәкәрлеге менән мауығыуы, Еңеү парадында ҡатнашыуы һәм наградалары менән раҫланған һәм уның ил тарихына тәрән хөрмәтле булыуы һәм уға хеҙмәт итергә әҙерлеге тураһында һөйләй. “Юнармия”ла һәм Росгвардия хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыу хәрби өлкәлә шәхси үҫешкә һәм камиллашыуға ынтылыш күрһәтә.
Артемдың спорт ҡаҙаныштары ла айырым иғтибарға лайыҡ. ГТО-ның алтын һәм көмөш билдәләрен, шулай уҡ пневматик винтовканан атыу буйынса беренсе үҫмерҙәр разрядын алыу уның дисциплинаһы, физик әҙерлеге һәм ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү һәләте тураһында һөйләй.
Уҡыуҙағы уңыштары, шул иҫәптән, Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының ҡала этабында еңеүе, уның интеллектуаль һәләттәрен һәм белемгә ынтылышын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә кадет балдарында ҡатнашып, уларҙың береһендә өсөнсө урын яулай Артем.
– Был уҡыусыларҙың барыһы ла мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бөтә ҡала һәм республика ярыштарында мәктәп данын яҡлай һәм еңеүҙәр, призлы урынлар яулай. Улар ҡасандыр 6-сы класс уҡыусылары булараҡ, 2020 йылда мәктәп телестудияһына ла нигеҙ һалды! Һәм әле лә уларҙың башланғысы эшләп килә, сөнки был эште кесе һәм урта звено уҡыусылары дауам итә, артабан да үҫтерә. Беҙ сығарылыш класс уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ! – тине мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлнар Рим ҡыҙы.
Бер һүҙ менән әйткәндә, улар уҡыуға бөшкөллө сумған. Буш ваҡыттарын юҡҡа сарыф итмәй, нимә менән булһа ла шөғөлләнә, уйлап таба, шәхес булараҡ үҫешә. Тормошта уларға нимә кәрәклеген аныҡ белә һәм маҡсаттарына табан ышаныслы атлайҙар. Тап ошондай йәштәр киләсәгебеҙҙе билдәләй ҙә инде. Аҡ юл һеҙгә, егеттәр-ҡыҙҙар!
Әлфиә МАНСУРОВА.
Автор фотоһы.
Һүрәттә: 23-сө мәктәптең 9-сы, 11-се класс уҡыусылары директор вазифаһын башҡарыусы Гөлнар Ғималова менән.