Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Май 2025, 14:05

Бүләктәр уйнатасаҡтар!

Китап байрамында бүләктәр уйнатасаҡтар!  Был күңелле саралар 31 майҙа һәм 1 июндә була. Килегеҙ!

Бүләктәр уйнатасаҡтар!Бүләктәр уйнатасаҡтар!
Бүләктәр уйнатасаҡтар!

Республика гәзиттәре һәм журналдары 30 майҙа Өфөлә асыласаҡ Китап байрамында приздар өләшәсәк. Һүҙ - «Республика Башкортостан» нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу хаҡында.

Унда ҡатнашыу өсөн ябай, әммә мотлаҡ шарттар үтәлергә тейеш. Беренсенән, һеҙ һайлаған баҫмаға 2025 йылдың 30 майынан 1 июненә тиклем «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙғарылған көндәрҙә яҙылырға. Икенсенән, гәзиткә йәки журналға ярты йылдан да кәм булмаған ваҡытҡа яҙылырға кәрәк.

Ике отош сараһы була: 31 майҙа 17.30 – 18.00 сәғәттәрҙә Өфөләге Совет майҙанындағы йәрминкәнең Бәләкәй сәхнәһендә; 1 июндә 15.15-15.45 сәғәттәрҙә шунда уҡ - Бәләкәй сәхнәлә.

Һәр отошта уҡыусылар биш приздың береһен яулай ала, улар араһында робот-саң һурҙырғыс, гриль, тостер, блендер, наушниктар бар.

Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас