Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Май 2025, 07:00

Республикала хәрби журналистарҙы социаль яҡлау тураһында закон әҙерләнә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы республиканың хәрби журналистарына дәүләт ярҙамы тураһында закон проекты өҫтөндә эшләй. Законда киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ошо категорияһының, хәрби журналистика ветерандарының статусы билдәләнә, улар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн социаль гарантиялар билдәләнә. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Республикала хәрби журналистарҙы социаль яҡлау тураһында закон әҙерләнәРеспубликала хәрби журналистарҙы социаль яҡлау тураһында закон әҙерләнә
Республикала хәрби журналистарҙы социаль яҡлау тураһында закон әҙерләнә

Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, һәләк булған хәрби хәбәрселәрҙең туғандарына һәм хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә зыян күргән журналистарға түләүҙәр индереү планлаштырыла. Хәрби журналистика ветерандарына шифахана дауаланыу мөмкинлеге бирелә. Ярҙам сараларының аныҡ исемлеген республика хөкүмәте билдәләй.

Закон нормалары сит ил агенттарға, экстремизмға ҡағылышы булған кешеләргә, коммерция баҫмалары хеҙмәткәрҙәренә һ. б. ҡағылмай.

 «Башинформ»дың МХО биләмәһенән репортаждары Бөтә Рәсәй патриотик фестивалендә иң яҡшыһы тип танылды.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас