Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Май 2025, 06:44

Бәхетле һәм ғәмһеҙ саҡ ул - баласаҡ

Йәш стәрлетамаҡтарҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайым!

Бәхетле һәм ғәмһеҙ саҡ ул - баласаҡБәхетле һәм ғәмһеҙ саҡ ул - баласаҡ
Бәхетле һәм ғәмһеҙ саҡ ул - баласаҡ

Был көн йәмәғәтселеккә миһырбанлы, ғәҙел һәм имен йәмғиәт төҙөү өсөн балалар хоҡуҡтарын ихтирам итеү һәм яҡлау иң мөһим шарттарҙың береһе булыуын иҫтә тотоу өсөн булдырылған.

Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү — һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Балаларҙы һөйөүгә һәм хәстәргә сорнағыҙ, күңел йылығыҙҙы һәм иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, яуызлыҡтан, насарлыҡтан һаҡлағыҙ. Шул ваҡытта беҙҙең балалар һау-сәләмәт, шат, уңышлы булыр, беҙҙең яҡты өмөттәрҙе аҡлар! Балаларға бөгөн күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туғандарға, яҡындарға, тирә-яҡтағыларға һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайтыр.

Ҡәҙерле һәм һөйөклө балалар! Һәр көнөгөҙ бәхетле булһын! Был көндө һәр йорт балалар йылмайыуына һәм шатлығына күмелһен!

Барығыҙға ла бәхет, сәләмәтлек һәм ғаилә именлеге теләйем.

Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ,

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.

Фото - Ю.Гагарин паркы сәхифәһенән.

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас