

«Был аҙнала Яҡутстанда II «Алыҫ Көнсығышта эшләнгән» халыҡ-ара креатив индустриялар форумы үткәрелә. Форумда ҡатнашыу өсөн республикабыҙға заманса этномузыканың сағыу тауышы – AY YOLA башҡорт фолк-төркөмө лә килде. Ҡунаҡтарыбыҙ менән аралашыуыма бик шатмын, — тине Айсен Николаев. — Музыканттар үҙҙәре, ижади юлы хаҡында һөйләне һәм артабанғы уй-ниәттәре менән уртаҡлашты. Беҙҙең форумда улар концерт менән сығыш яһай, панель дискуссияларҙа ҡатнаша һәм заманса форматтар аша милли мәҙәниәтте танытыу тәжрибәһе менән уртаҡлаша».
Музыкант, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамазанов һүҙҙәренсә, яңы клип Алыҫ Көнсығышта ғына түгел, башҡа илдәрҙә лә төшөрөлә.
Башинформ.