Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
2 Июня 2025, 04:52

2025 ЙЫЛДЫҢ 2 ИЮНЕНӘ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ УРМАНДАРЫНДА ЯНҒЫН ХӘҮЕФЕ

  Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министрлығы хәбәр итә: 2025 йылдың 3 апреленән 2 июненә тиклем бөтәһе 10 урман янғыны теркәлгән, шуларҙың 7-һе халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә, 1-е башҡа категориялы ерҙәрҙән, 1-е тәбиғәт факторҙарынан, 1-е электр тапшырыу линияларынан сыҡҡан. Дөйөм янғындар майҙаны 25,1 гектарҙан ашыу тәшкил итә.

2025 ЙЫЛДЫҢ 2 ИЮНЕНӘ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ УРМАНДАРЫНДА ЯНҒЫН ХӘҮЕФЕ2025 ЙЫЛДЫҢ 2 ИЮНЕНӘ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ УРМАНДАРЫНДА ЯНҒЫН ХӘҮЕФЕ
2025 ЙЫЛДЫҢ 2 ИЮНЕНӘ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ УРМАНДАРЫНДА ЯНҒЫН ХӘҮЕФЕ

Уҙған тәүлектә Бөрйән урмансылығында 0,15 гектар майҙанлыҡ бер урман янғыны теркәлгән. Янғын әле лә бара. Янғын һүндереүҙә 5 кеше һәм 1 берәмек техника эшләй. 2025 йылдың 2 июнендә термоточкалар һаны: 5785 гектар майҙанда 233 дана.

Сағыштырыу өсөн, уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 2257 гектар майҙанда 181 термоточка теркәлгән. 2025 йылдың 2 июненә Башҡортостан Республикаһында 4-5 класлы янғын хәүефе фаразлана!

Иғтибар, юғары класлы янғын хәүефе! Урман янғындары хәүефе ҙур. Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе һорайбыҙ!

Урман янғыны йәки урман массивтары янында янғындар осрағында Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы Министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 йәки берҙәм урман һағы номеры 8 (800) 100-94-00 буйынса шылтыратығыҙ.

2025 ЙЫЛДЫҢ 2 ИЮНЕНӘ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ УРМАНДАРЫНДА ЯНҒЫН ХӘҮЕФЕ
2025 ЙЫЛДЫҢ 2 ИЮНЕНӘ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ УРМАНДАРЫНДА ЯНҒЫН ХӘҮЕФЕ
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас