Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Июнь 2025, 06:52

Бәхетенә күрә иҫән ҡалған

Сираттағы тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: - Һыу инеү миҙгелен рәсми асыуға тиклем һыу инеүҙән тыйылып тороғоҙ; - Бер ваҡытта ла йылғаны аша йөҙөп сығырға ярамай;.....

Бәхетенә күрә иҫән ҡалғанБәхетенә күрә иҫән ҡалған
Бәхетенә күрә иҫән ҡалған

Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙа йәнә бәхетһеҙлек осрағы теркәлә яҙҙы. 2009 йылғы малай, пляжда дуҫтары менән ял иткәндә, йылғаны хәүефһеҙ пляж яғынан аша йөҙөп сығырға ҡарар итә. Бер аҙҙан малайҙың хәле бөтөп, бата башлай. Бәхеткә күрә, дуҫтары тиҙ арала уны ярға сығарып өлгөргән. Шулай уҡ граждандарҙы яҡлау Идаралығы ҡотҡарыусылары беренсе ярҙам күрһәткән.

Ваҡиға урынына ашығыс медицина ярҙамы саҡыртыла. Үҫмер иҫән, дауаханаға оҙатылған.

Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙға иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, һыуҙа үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләре һәм хәүефһеҙлек саралары тураһында һөйләгеҙ, аңлатығыҙ. Балаларҙың һыу ятҡылыҡтарында өлкәндәрһеҙ булыуына юл ҡуймағыҙ!

Сираттағы тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ:

- Һыу инеү миҙгелен рәсми асыуға тиклем һыу инеүҙән тыйылып тороғоҙ;

- Бер ваҡытта ла йылғаны аша йөҙөп сығырға ярамай;

- Түбән температура булғанда һыуға төшмәҫкә;

- Даими рәүештә балаларығыҙға һыу ятҡылыҡтарында булғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртеп торорға;

- Хәүефһеҙ хәл-торош барлыҡҡа килгәндә, кисекмәҫтән ярҙамға саҡырырға һәм ашығыс хеҙмәттәр саҡыртырға кәрәк.

Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы яҡлағыҙ!

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас