

Стәрлетамаҡ районының Золотоношка ауылында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған мемориаль комплексты асыу тантанаһы үтте. Тантанала Республика Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй китап союзы президенты Сергей Степашин һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Мемориаль комплексты асыу сараһынан һуң хәтер стелаһына сәскәләр һалыу тантанаһы булды. Ауыл халҡы, ветерандар, власть вәкилдәре һәм ҡунаҡтар һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды.
Сығышы барышында республика Башлығы Радий Фәрит улы тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың һәм йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул мемориаль комплексты асыу – уҙған йылдар геройҙарына ғына хөрмәт күрһәтеү түгел, ә бөгөнгө көндә лә тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлау кәрәклеген иҫкәртеү, тип билдәләне.
Сара “Ваҡыт капсулаһы”н һалыу һәм ағастар ултыртыу менән тамамланды, сөнки ағас-үҫеш, сәскә атыу һәм быуындарҙың өҙлөкһөҙ бәйләнеше символы булып тора, ә капсуланы вариҫтарыбыҙ 20 йылдан һуң, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 100 йыллығында асасаҡ.
Золотоношка ауылында мемориаль комплекс асыу Стәрлетамаҡ районының һәм бөтә республиканың мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиға булды. Был һәйкәл ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы һәм фиҙакәрлеге тураһында иҫкәртеү, шулай уҡ рәсәй халҡының берҙәмлеге һәм көсө символы булып торасаҡ.
Сығанаҡ - Стәрлетамаҡ районы хакимите сайтынан.