Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Июнь 2025, 14:55

Йәшел Башҡортостан

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә 153 яңы тематик аллея ултыртылды. Бөтәһе лә дәррәү ҡатнашты!    

Йәшел БашҡортостанЙәшел Башҡортостан
Йәшел Башҡортостан

2025 йылдың яҙында “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә 7 мең эре ағас һәм 136 меңдән ашыу башҡа үҫентеләр ултыртылды, 153 яңы тематик аллея барлыҡҡа килде. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте.

Акцияла бөтәһе 47 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 5 мең ирекмән һәм 1 270 берәмек техника йәлеп итеп 3 меңгә яҡын ойошма ҡатнашҡан. Шулай уҡ “Йәшел Башҡортостан” сиктәрендә 1 200 ағас һәм 13 мең ҡыуаҡлыҡты компенсацион йәшелләндереү үткәрелгән. Саралар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусы йылына арналды.

“Йәшел Башҡортостан” менән бер рәттән төбәктә “Экологик именлек” милли проекты эгидаһы аҫтында “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы үтә. Яҙғы урманды тергеҙеү эштәре 19 апрелдә башланды. Был көндө акцияның үҙәк сараһы Ҡырмыҫҡалы биләмәһендә үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров абруйлы ҡунаҡтар һәм 200 урындағы халыҡ менән бергә Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлегенә 400 йүкә һәм 100 ҡарағайҙан торған яңы аллея ултыртты.

Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, 2025 йылдың яҙында акция сиктәрендә 470 гектарҙан ашыу майҙанда 1,8 миллиондан ашыу үҫенте ултыртылған. Сараларҙа 157 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Шулай уҡ 29 марттан 10 майға тиклем республикала тораҡ пункттар биләмәһен таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ үтте.

– Район хакимиәттәре халыҡ менән бергә сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыу, авария хәлендәге ағастарҙы ҡырҡыу, ҡоймаларҙы ремонтлау, юл ситтәрен таҙартыу һәм газондарҙы төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарҙы, – тине Ирина Голованова. – Бөтәһе 92 мең кубометр сүп-сар йыйып алып сыҡтыҡ.

Башҡортостан Башлығы республика халҡына акцияларҙа ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте һәм муниципалитеттарға яңы аллеяларҙы тейешенсә ҡарау, ҡала һәм райондарҙың йәмәғәт биләмәләрен тәртиптә тотоу бурысын йөкмәтте.

– Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең контроль идаралығынан июндең икенсе яртыһынан республика буйлап йөрөй башлауҙы һәм санитар йыйыштырыуҙың нисек үткәрелеүен баһалауҙы һорайым, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – "Хәтер баҡсаһы" – иң яҡшы акцияларҙың береһе, беҙ киләсәк быуындар өсөн урмандар ултыртабыҙ. Көҙгө ағас ултыртыуға ла әҙерләнергә ваҡыт. Был процесты идара итергә ландшафт ҡарарҙарын планлаштырырға кәрәк. Ә белгестәргә үҙ компетенцияларын арттырыу мөһим, сөнки ултыртыу материалдарының һәм эш технологияларының яңы төрҙәре барлыҡҡа килә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас