

“Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестиваленә бағышланған йәнә бер проект Стәрлетамаҡ ҡалаһына еңеү килтерҙе. XVII “PRо Купца” проектының “Йыл матбуғат-хеҙмәте” Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында “Муниципаль өлкәлә иң яҡшы PR-проект” номинацияһында авторлыҡ иткән Стәрлетамаҡ хакимиәтенең матбуғат-хеҙмәте һәм фестивалде медиа оҙатып барыусы төркөм призер тип танылды.
Конкурсҡа 18 номинация буйынса 659 заявка тапшырылған булған, ә Стәрлетамаҡ әлеге номинацияла Ҡазан һәм Вологда ҡалалары менән бергә иң яҡшы өсәү иҫәбенә ингән. Артабан Мәскәүҙәге йомғаҡтар һөҙөмиәһендә – беҙ өсөнсө урында!
Ысынлап та, медиа оҙатыу – ул фестивалде ойоштороу һәм үткәреүҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Уның тураһында мөмкин тиклем күберәк кеше, шул иҫәптән башҡа ҡалаларҙан да белеүе мөһим, хатта фестивалдә булмағандар ҙа сара мөхитенә үтеп инеп, үҙен шунда булғандай тоя алыу. Быларҙың барыһы ла медиа төркөмдөң эш һөҙөмтәһе.
– Беҙҙең “Сауҙагәр 2.0” фестивале Бөтә Рәсәй кимәлендә танылыу яулай. Ағымдағы йылда ҡалабыҙҙа иҫәбе буйынса бишенсе фестиваль үткәрелә, уның концепцияһы билдәләнгән – “Таланттар хазинаһы”, ә деталдәре әлегә еренә еткереп башҡарыла. Быйыл “Сауҙагәр 2.0” фестивале 8 августан 10ына тиклем уҙғарыла, – тине был турала хакимиәт башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.
Мәғлүмәт һәм фото Э.Шәймәрҙәнов сәхифәһенән.