

Кисә, йәғни 2 июндә, ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов ҡалабыҙҙың тарихи өлөшөндәге майҙанда күсмә кәңәшмә үткәрҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡ «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты сиктәрендә, ҡала үҙәгенең туристик кодын проектлауға дәүләт ярҙамы алғайны. Тарихи үҙәктең бөтә төп йәлеп итеү нөктәләрен берләштерәсәк берҙәм туристик-рекреацион зонаһын булдырыу күҙаллана.
- Туристик мәғлүмәт үҙәге һәм кәсепселек изделиеларын һатыу өсөн павильондарҙы урынлаштырыу урындарын билдәләнек. Улар майҙан сиктәрендә буласаҡ. Икенсе тапҡыр павильон проекттарына мөмкин тиклем төҙәтмәләр индереу маҡсатында проектлаусылар менән осрашасаҡбыҙ, был ҡорамалдарҙы ҡала өлөшөнә архитектура ҡиәфәтен боҙмайынса урынлаштырыу мөмкинлеге бирәсәк, - тине ҡала мэры Эмиль Владиславович ошо турала.