

Социаль фондтың төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы бер пособиелар һәм пенсиялар тәғәйен көндәрҙән алдан түләнә.
12 июндә кредит ойошмалары аша күсерелгән пенсия иртәрәк — 11 июндә килә, почта аша аҡса ғәҙәти график буйынса — 3 июндән 25-нә тиклем таратыла.
Эшләп йөрөүселәргә 1,5 йәшкәсә баланы ҡарау буйынса пособие 5 июнгә тиклем күсерелә.
Балалы ғаиләләргә башҡа түләүҙәр 3 июндә бирелә.
Өс йәшкә тиклемге балаға әсәлек капиталынан айлыҡ түләү ғаиләләргә 5 июндә күсә.
Пособие һәм пенсия тураһында өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн 8-800-100-00-01 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
Башинформ.