Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Июнь 2025, 11:13

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында кеше һөлдәһе табылған

Өфөлә Ағиҙел йылғаһында таҙартыу ҡоролмалары тирәһендә кеше һөлдәһе табылған. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, был 2024 йылдың март аҙағында дуҫы менән хәбәрһеҙ юғалған малайҙыҡы булыуы ихтимал. Уны курткаһына ҡарап танығандар, ләкин аныҡ мәғлүмәт ДНК-экспертиза үткәрелгәндән һуң ғына билдәле була.

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында кеше һөлдәһе табылғанӨфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында кеше һөлдәһе табылған
Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында кеше һөлдәһе табылған

Аныҡланған мәғлүмәттәр буйынса, бер ир йылғала катерҙа йөрөгәндә яр буйында курткаға тап булған. Яҡыныраҡ килгәс, унда кеше һөйәктәрен күргән. Шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратҡан. Балаларҙы эҙләүҙә ҡатнашҡан хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың береһе әйтеүенсә, кәүҙәнең 2024 йылдың мартында юғалған үҫмерҙеке булыуы мөмкин.

Был осраҡ буйынса рәсми мәғлүмәт әлегә юҡ.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас