Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Июнь 2025, 11:59

Стәрлетамаҡ ҡалаһының бер аҙналыҡ криминаль хроникаһы

Енәйәт ҡылыуҙар кәмемәй, арта ғына...

Стәрлетамаҡ ҡалаһының бер аҙналыҡ криминаль хроникаһыСтәрлетамаҡ ҡалаһының бер аҙналыҡ криминаль хроникаһы
Стәрлетамаҡ ҡалаһының бер аҙналыҡ криминаль хроникаһы

Уҙған аҙнала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығына граждандарҙан 1059 мөрәжәғәт булған, шуларҙың 21е буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде.

Был осорҙа дистанцион мутлашыу буйынса 5 факт теркәлгән. Зыяндың дөйөм суммаһы 1 293 500 һум тәшкил итә. Ғариза яҙыусылар араһында — эшһеҙ, пенсионер, ФФһТУның Стәрлетамаҡ филиалы студенты, шулай уҡ монтажлаусы һәм супермаркет һатыусыһы.

Бынан тыш, аҙна эсендә ҡалала  тән йәрәхәттәре килтереүҙең 17, ғаиләлә ғауға ҡуптарыуҙың 34 осрағы теркәлгән. Законға ҡаршы наркотиктарҙы һаҡлаған һәм һатҡан өсөн өс кеше ҡулға алынған, енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Юлда 12 иҫерек водитель тотолған, шуларҙың береһе иҫерек килеш йәнә руль артына ултырған.

Йәмәғәт урындарында алкоголь эскән өсөн 30, исерек килеш йөрөгән өсөн 7, ваҡ хулиганлыҡ ҡылған өсөн 21 административ материал теркәлгән. Бөтә факттар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас